«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Урман шаулап үҫер



28.05.2013 Урман шаулап үҫер

Урман шаулап үҫерЯҙ етеү менән урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыҙыу мәл – ағас ултыртыу осоро башлана. Быйыл “Белорет урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһы дәүләт контракты буйынса 256,8 гектар майҙанға ағас ултыртырға тейеш.
Ағас ултыртыу барышы менән урмансылыҡтың урманды ҡайтанан тергеҙеү инженеры Вәкил Эниев таныштырҙы:
– Ағас ултыртыуҙың ҡыҙыу осоро. Бөгөнгө көнгә 70 гектар майҙанға ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ. Абҙаҡ участка урмансылығы – 22,5, Белорет ауыл участка урмансылығы – 44, Сосновка участка урмансылығы 3,5 гектар майҙанға ултыртып, йөкләмәләрен үтәне. Хәҙер улар урмансылыҡтың башҡа участкаларына ярҙам итә. Шулай уҡ был эштә ауыл халҡы ла ярҙам итә. Уҡшуҡ яланындағы питомникта 40 килограмм ҡарағай орлоғо сәстек, киләһе йылда үҙебеҙҙең үҫентеләр буласаҡ. Ҡуртымсыларҙың ағас ултыртыу буйынса пландары айырым. Улар быйыл 621,9 гектарға ағас ултыртырға тейеш, әле 105,2 гектарға ултыртҡандар.
Белорет урмансылығы хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа ағас бүлеп, кабинеттарҙа ғына ултырмай, ә үҙҙәре лә – етәксенән алып техник эшсегә тиклем – урманды тергеҙеүҙә ҡатнаша. Яңыраҡ Белорет урмансылығы участкаһындағы ағас ултыртыу эшендә беҙгә лә ҡатнашырға насип булды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, коллектив менән ағас ултыртыу бик файҙалы эш: беренсенән, тәбиғәтте тергеҙеүгә үҙ өлөшөңдө индерәһең, икенсенән, коллективта татыулыҡ көсәйә; өсөнсөнән, тәбиғәт ҡосағында ял итәһең.
– Коллектив менән ағас ултыртыуҙа ҡатнашыу яҡшы йолаға әйләнде. Кабинеттан арынып, урман ҡосағында файҙалы эш менән генә шөғөлләнеп, күңелгә лә ләззәт алабыҙ, – ти урмансылыҡтың баш бухгалтеры Галина Ханипова.

Йәшелләндереү айлығы бара
Урман шаулап үҫер
Һуңғы йылдарҙа Белорет урмансылығы үҙенең биләмәһендә урынлашҡан ҡала һәм ауылдарҙы йәшелләндереү айлығында әүҙем ҡатнаша.
Урмансылыҡ Белорет ҡалаһының 13-сө, 3-сө, 8-се, 20-се, 21-се, Ломовка мәктәптәренә, 14-се, 17-се, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияларына биләмәләрен йәшелләндереү өсөн шыршы, кедр үҫентеләре таратты.
15 майҙа Сосновка ауылында 200 төп шыршы һәм Рысыҡайға киткән юл буйында ҡарағай үҫентеләре ултырттылар. Унда ауыл хакимиәте, балалар баҡсаһы, медицина хеҙмәткәрҙәре, урындағы ҡоролтай ойошмаһы йәштәре ҡатнашты, шулай уҡ Белорет урмансылығы ла ситтә ҡалманы.
Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнөндә Белорет урмансылығы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре ҡаланың “Ынйыҡай” балалар баҡсаһы биләмәһен йәшелләндереүҙә ҡатнашты.

Р. МУСИНА.
Белорет районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға