«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Любизар” аллеяһы ҡайҙа?



17.05.2013 “Любизар” аллеяһы ҡайҙа?

“Любизар” аллеяһы ҡайҙа?Өфө районының Шамонин ауылында 200 төп шыршы ултыртылды
Журналистар менән “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи реконструкция клубының эше булды был акция. Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбе биләмәһендә өп-өр яңы аллея барлыҡҡа килде. Уға исемде лә бик тарихи итеп ҡуштылар – “Үҙ йортом” республика программаһының уңайлы шарттарын файҙаланып, Шамонинда байтаҡ журналист йә­шәй. Уларҙың балаларының күбеһе – Шамо­нин мәктәбе уҡыусылары. Әле мәктәптә 300-ҙән ашыу бала белем ала. “Любизар” клубы ағзалары араһында ла шамониндар бар. Шуға ла акцияла ҡатнашыусылар ағас ултыртыуға дәррәү тотондо.
Яңы ауылдың ҡыуаныстары ла, көйөнөстәре лә етерлек, уны йәмләндереү өсөн күп көс һалырға кәрәк. Ә эште мәктәптән башлау бик дөрөҫ.
Ойоштороусылар һәм, әлбиттә, ошо эштә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, “Любизар” аллеяһына нигеҙ һалыу файҙалы һәм күңелле сара булған − балалар үҫентеләрҙе бик ихлас ултыртышып, һуңынан тәрбиәләп торорға һүҙ биргән.
Әйткәндәй, мәктәп ихатаһы – яҡынса өс гектар. Былтыр 200 төптән ашыу емеш-еләк ҡыуағы, ҡайын, миләш, йүкә ултыртылған. Был юлы унда 200 төп шыршы төйәк тапты. “Любизар” клубы ағзалары үҫентеләрҙе Баҡалы районынан алып ҡайтҡан.
Аллея 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙарының ҡатнашыуына 200 йыл тулыуға бағышлап ултыртылды.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға