«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Парталаштарығыҙ менән йыш осрашаһығыҙмы?



17.05.2013 Парталаштарығыҙ менән йыш осрашаһығыҙмы?

Беренсе сентябрь, Һуңғы ҡыңғырау, Студенттар көнө... Мәктәп һәм башҡа уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн бик күп байрам бар. Ҡулға аттестат, йә диплом алғас, синыфташтарҙы һәм төркөмдәш­тәр­ҙе йыйыу оло бер проблемаға әүерелә. Илебеҙ парламенты депутаттары, бындай ғәҙелһеҙлеккә түҙер әмәл юҡ тип, Уҡыуҙы тамамлаусы көнө (Сығарылыусы көнө) ойошторорға тәҡдим итте. Шулай итеп, быйыл 18 майҙа тәүге тапҡыр шундай көн билдәләнәсәк.
Ә һеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, парталаштарығыҙ менән йыш осрашаһығыҙмы?

Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ, РФ Миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы белгесе:
– 2000 – 2007 йылдарҙа Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатында белем алдым. Йыл һайын февралдең тәүге шәмбеһендә гимназияла Уҡыуҙы тамамлаусы көнө уҙғарыла. Шунда барыбыҙ ҙа осрашабыҙ, интернат йылдарын хәтерләйбеҙ, үткәндәрҙе барлайбыҙ. Тәүге осорҙа синыфташтар менән бик йыш осраша инек. Әлеге мәлдә өс-дүрт егет менән генә яҡшы аралашам, һәр саҡ күрешеп торабыҙ.

Гөлсәриә ӘБИЛЕВА, Сибай телевидениеһы мөхәррире:
– Ҡайһылай матур яңылыҡ был! Класташтар, Сибай педагогия училищеһында бергә уҡыған иптәштәр менән йыш аралашабыҙ. БДУ-ла уҡыған курсташтар менән һирәкләп булһа ла күрешәбеҙ. Ә Мәскәү дәүләт университындағы парталаштарым менән интернет аша хәбәрләшәбеҙ. СССР тарҡалғас, улар хәҙер төрлө илдәрҙә йәшәй.

Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА, Рәсәй Ислам университетының матбуғат бүлеге белгесе:
– Беренсе кластан бишенсегә тиклем Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары мәктәбендә уҡыным. Шул саҡтағы парталаштарым менән әлеге көндә бик дуҫбыҙ, Аллаға шөкөр. Осрашҡан һайын мәктәп хәтирәләрен яңыртабыҙ. Хәҙер йыш аралашып булмай, улар ауылда, һәр кемдең үҙ ғаиләһе, үҙ мәшәҡәте. Интернеттағы “Бәйләнештә” социаль селтәре аша хәл-әхүәлдәребеҙҙе белешеп торабыҙ.
Баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында бергә уҡыған синыфташтарым менән татыубыҙ, шылтыратышабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш күрешеп булмай.

Артур БАТЫРШИН, “Е7Е-медиа” видео-продакшн студияһының режиссеры, дизайнер, программист, фотограф:
– Ни өсөн Уҡыуҙы тамамлаусы көнө тап 18 майҙа булырға тейешлеген аңлап етмәйем. Белем биреү йортон тамамлаусылар йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында осраша ала бит!
Мәктәптә уҡыған саҡта минең өсөн 25 май көнө – Һуңғы ҡыңғырау байрамы күңелде елкеткән иң матур мәл ине. Ысынлап та, ошо көндә баланың ғүмерендә беренсе ҙур үҙгәреш була. Быға тиклем ул ата-әсәһе, уҡытыусылар күрһәткән юлдан ғына атланы. Уҡыуҙы тамамлаусы көнөн шул ваҡытта үткәреп, уларға дөрөҫ юл күрһәтеү юҫығынан ойошторғанда, был дата мөһим булып торалыр...

Рәмил САФИУЛЛИН, һатыусы-консультант:
– Бергә уҡыған иптәштәрем менән унда-бында бер күрешәбеҙ, әммә бер ҡасан да тулы составта йыйылғаныбыҙ юҡ.
Рәсәй халҡына байрам ойошторорға, ял итергә мөмкинлек кенә бир. Көн һайын тиерлек – һөнәри байрамдар, иҫтәлекле даталар. Депутаттарҙың байрам уйлап сығарыуҙан башҡа эштәре юҡ, ахыры.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА, Күгәрсен район телевидениеһының баш мөхәррире:
– Сығарылыш көнөн махсус рәүештә билдәләү кәрәк тип тапмайым. Синыф менән ныҡ дуҫ булғандарҙы беләм. Парта артынан күптән сыҡһалар ҙа, әле һаман аралашып, дуҫлашып йәшәйҙәр.
Үҙем шәхсән синыфташтарымды һирәк күрәм. Ҡайһы берҙәрен нисәмә йыл күргәнем юҡ. Уҡытыусыларымды синыфташтарға ҡарағанда йыш күрәм, йыш осрашам. Класташтар менән осрашыу мотлаҡ, тигән ҡарашта түгелмен, йылдар үткән һайын кешеләр бер-береһен онота. Ҡыҙыҡһыныу­ҙарға, тормошҡа ҡараш буйынса яңы дуҫтар барлыҡҡа килә. Иң мөһиме – уҡытыусыларыңды, мәктәбеңде онотмау. Тормош юлыңа Хоҙай кемдәрҙе сығарырға, кемдәрҙе алып ташларға үҙе белә ул.

Гүзәл БИКМӘТОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға