«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Ҡоторған табуреттар»ҙы автомобилдәргә тиңләнеләр



14.05.2013 «Ҡоторған табуреттар»ҙы автомобилдәргә тиңләнеләр

«Ҡоторған табуреттар»ҙы автомобилдәргә тиңләнеләрБынан ары мопедтар һәм скутер­ҙар­ҙы ЮХХДИ-ла теркәү, улар менән идара итеү өсөн водитель танытмаһы алыу мотлаҡ буласаҡ.
Әйтергә кәрәк, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары был законды 2010 йылдан алып өс йыл буйы ҡарағандан һуң өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Сәғәтенә 50 км тиҙлектән шәберәк ҡыуа алмаған, йәғни двигатель күләме 50 кубҡа тиклем булған мопед, скутер һәм квадроциклдарҙа документһыҙ йөрөү тыйыласаҡ. Ул ғына ла түгел, яңы закон буйынса мопед, скутер һәм бәләкәй квадроциклдарҙың водителдәре өсөн өр-яңы «М» категорияһы индерелә. Бындай «право»ны 16 йәш тулыу менән алырға рөхсәт ителәсәк.
Законда әйтелеүенсә, кемдең башҡа категориялы танытмаһы бар, уға «М» категорияһына имтихан тапшырыу кәрәкмәй. Шуға күрә автоинспекторҙар, яңы закон ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырмаясаҡ, ә юлдар­ҙа авариялар һаны кәмейәсәк, тип белдерә.
Ысынлап та, күп осраҡта скутер йәки мопед­ҡа атланған үҫмерҙәр, тулы хоҡуҡлы юл хәрәкәте ҡатнашыусылары булһа ла, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белмәй. Яңы закон уларҙы юлда мәғәнәһеҙ үлемдән, аварияларҙан аралаясаҡ. Сөнки ҡар иреү менән юлдар, трассалар мотоцикл эйәрләгән 16 йәше тулыр-тулмаҫ малайҙар менән тула, юлда йөрөү ҡағиҙәләре менән ҡыҙыҡһынып та ҡарамаған йәш водителдәр ҙур тиҙлекте бигерәк ярата. Шунлыҡтан, уларҙы халыҡ телендә «ҡоторған табуреттар» тип атайҙар.
Ике тәгәрмәсле транспорт төрөн магазиндан сығыу менән атланырға була, сикләүҙәр бик аҙ ине – шлем кейергә һәм уң яҡтан йөрөргә тырышырға. Был ҡағиҙәләрҙе һанламаған өсөн штраф та – бер нисә тинлек, хатта иҫерек килеш руль артында тотол­ғандар 300 – 500 һум штраф менән ҡотолдо. Ләкин яңы закон был етешһеҙлектәрҙе яйға һалмаҡсы – ҡаршы юлға сығыусылар, эскән килеш мототранспорт менән идара итеүселәр танытманан ҡолаҡ ҡағасаҡ.
Тик был яңылыҡтың кире яҡтарын да ҡарап уҙмайынса булмай. «М» категорияһын алыу урынына водителдәр полицейскийҙарҙан ҡасып-боҫоп йөрөйәсәк. Үҫмерҙе документ тикшереү өсөн туҡтатҡанда, танытмаһыҙ водитель ҡасырға маташасаҡ, ә бының юл-транспорт ваҡиғаһына килтереүе көн кеүек асыҡ. Тағы ла мотоциклдар менән бик күп ҡарт-ҡоро файҙалана. Трассаларҙан алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа, дачаларҙа ҡулланырға бик уңайлы транспорт­ҡа бер саҡрым ара үтеү өсөн кем танытма алып торһон?
Әйткәндәй

Яңы законда троллейбус һәм трамвайҙар өсөн айырым категориялар, улар һәм автобус менән идара итеү өсөн йәш буйынса сикләү кеүек яңылыҡтар индерелмәксе. Был транспорт төрҙәренең руле артына ултырыу өсөн водителгә 21 йәш тулыуы шарт. Тағы ла йөк ташыу өлкәһендә үҙгәрештәр индереләсәк, эшкә ялланғанда водителдең мотлаҡ Рәсәй өлгөһөндәге танытмаһы булырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа юлдарҙа автобус-маршрут таксиҙарында сит республикалар­ҙан килгән, телде, юл ҡағиҙәләрен яҡшылап белмәгән водителдәр күбәйҙе. Рәсәй өлгөһөндәге танытмаһыҙ кешене автобус йөрөтөүгә яллаған фирма 50 мең һум күләмендә штрафҡа тарттырыласаҡ.

Гөлсиә МАРАЛБАЕВА, йәйәүле:
– Тиҙҙән йәйәүлеләр өсөн «П» (пешеход) категорияһын да индермәҫтәр тимә…

Константин МИЧУЕВ, мотоцикл хужаһы:
– Был законды ғәмәлгә индереп, илдәге коррупцияны ғына үҫтерәсәктәр. Яңы категорияға, башҡалары кеүек үк, танытмаларҙы һатасаҡтар, һатып аласаҡтар, юл тәртибе һаҡсылары «байыясаҡ». Мәҫәлән, кисә минең дуҫым мотоцикл һатып алды, беләһегеҙме, һатыусылар уға нимә тигән: «Двигателенә 49 куб тип яҙылһа ла, ысынында 70, беҙ клиенттарҙы йәлеп итер өсөн кубтарҙы кәметеп һуғабыҙ». Бына шулай.

Арсений ҒӘЙНЕТДИНОВ, ЮХХДИ инспекторы:
– Водитель яуаплылығы хаҡында бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген барлыҡ водителдәр ҙә яҡшы белергә тейеш. Был яңы закон ғәмәлгә инә ҡалһа, юлдарҙа контроль көсәйәсәк, юл-транспортҡа бәйле ваҡиғаларҙың һаны кәмейәсәк. Инспекторҙарға эш күбәйәсәк, әлбиттә, әлегә юл хәрәкәтенә автомобиль водителе законға ярашлы ҡағиҙәләр, мотоцикл водителе үҙ ҡағиҙәләре менән килеп ҡушыла, ошондай ғәҙелһеҙлектәрҙе юҡҡа сығарыу мотлаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға