«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кемдең ауылы айығыраҡ?



14.05.2013 Кемдең ауылы айығыраҡ?

«Айыҡ ауыл – 2013» республика конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү тамамлана. 15 май һуңғы көн тип билдәләнгән.
Был конкурс республика тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелде, айыҡлыҡ хәрәкәте Башҡортостан ауылдарында киң таралыу ала бара.
Миҫалдарға килгәндә, улар байтаҡ. Мәҫәлән, Салауат районының Көҫәпәй ауылында эскелеккә ҡаршы көрәш ҙур уңыш менән тамамланған – ауылда айыҡ туйҙар һәм байрамдар ойошторола башлаған, халыҡ эсеүҙән баш тартҡан. Һөҙөмтәлә йәштәр ситкә сығып китмәй, ауылдың киләсәге өмөтлө булырына ышаныс арта.
Башҡортостан Республи­каһы Хөкүмәте тарафынан «Айыҡ ауыл» конкурсында әүҙем ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған ауылдар өсөн аҡсалата приздар ҡаралған. Уларҙы ауыл өсөн кәрәкле мөлкәт һатып алыуға йүнәлтергә мөмкин. Йылайыр районының Ишбулды ауылы халҡы, мәҫәлән, аҡсаны мәсет төҙөүгә һәм балалар өсөн майҙансыҡ булдырыуға тотонған.
Йылдан-йыл конкурста ҡатнашыусылар һаны арта бара. Ул меңләгән кешене берләштерә. Барыһының да һау-сәләмәт балалар үҫтергән имен ғаиләләрҙе, уңышлы йәштәрҙе, бәхетле ҡарттарҙы күргеһе килә.
«Айыҡ ауыл – 2013» конкурсына март айында старт бирелгәйне. Бөгөнгә Баш­ҡортостан ауылдарынан 50-нән ашыу заявка ҡабул ителгән. Көньяҡ Урал ауылдары айырыуса әүҙемлек күрһәтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға