«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йәштәр, һеҙҙең өсөн!



10.05.2013 Йәштәр, һеҙҙең өсөн!

18 – 28 июндә Волга буйы федераль округының “iВолга – 2013” йәштәр форумы үтәсәк. Сара Һамар ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан Фестиваль паркы майҙанында ойошторола.
Йәштәр форумына йыйылыусылар палаткалар­ҙа йәшәйәсәк. Сараға Башҡортостан делегацияһының барыуы көтөлә һәм әле уның составына инерлек йәштәрҙе туплау эштәре башланды. 18 – 30 йәшлек кешеләр ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған форумда эш төрлө йүнәлештәр буйынса алып барыласаҡ. Шуға ла иң тәүҙә “Һин – эшҡыуар”, “АРТ-Квадрат” (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә талантлы йәштәрҙе асыҡлау), “Мәғлүмәт ағымы” (журналистика өлкәһендә талантлы йәштәрҙе асыҡлау), “БӨТӘҺЕ ЛӘ ЙОРТТА” (йәштәрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын формалаштырыуға ылыҡтырыу), “Игелек технологияһы”, “Минең арттан йүгер!” фитнес-сменаһы (йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау), “Сәйәсәт”, “Йәш төҙөүселәр” (төҙөлөш тармағына йәштәрҙе күберәк йәлеп итеү) йүнәлештәре буйынса проекттар эшләп, төбәк кимәлендә ойошторолған конкурста ҡатнашыу талап ителә. Бөтә проекттар ҙа урындарҙа ҡаралғандан һуң еңеүселәр билдәләнә һәм улар Һамарға юлланасаҡ.
Эш www.ivolgaforum.ru сайтына инеп теркәлеү үтеүҙән башлана. Әлегә иң мөһиме шул – ҡатнашыу өсөн билдәләнгән сайтта 15 майға тиклем теркәлергә өлгөрөп ҡалыу. Теркәлеүҙән һуң проекттарын тәҡдим итергә теләүселәр төбәк ойоштороу комитетынан өҫтәмә рекомендациялар аласаҡ. Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө көнгә иң мөһиме − шәп идеялар һәм билдәләнгән ваҡытҡа тиклем сайтҡа инеп теркәлеү.
“iВолга – 2013” йәштәр форумында ҡатнашыу бушлай. Форум буйынса өҫтәмә мәғлүмәттәр алыу өсөн 8 347 251-16-32 номеры буйынса мөрәжәғәт итергә лә мөмкин.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға