«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Көсөк бәләһе



07.05.2013 Көсөк бәләһе

Был хәл эт көсөгө һатыуҙан башлана ла, енәйәт эше менән тамамлана. Терьер тоҡомло бәләкәс кенә эт ҙур ыҙғыштар сәбәпсеһе була.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе 25 йәшлек ҡатын, тиҙҙән сабыйы тыуырға торғас, этен берәй­һенә бирергә була. Ул интернетта ошо турала иғлан ҡуя. Затлы тоҡомло этте символик хаҡҡа – 500 һумға алырға теләүселәр күп була. Ҡатын һәр береһен ентекләп тикшерә, этенең яңы хужаһының тәрбиәле, изге күңелле кеше булыуын теләй. Бер мөләйем ҡыҙ унда ышаныс уята һәм дүрт аяҡлы дуҫын уға бирергә ҡарар итә. Ул унан көсөктө яҡшылап тәрбиәләүен, хәстәрлек күреүен ҡат-ҡат үтенә.
Ике айҙан ҡатын интернетта көсөгөнөң фотоһына тап була. Баяғы ҡыҙ уны дүрт мең һумға һатырға иғлан биргән!
Ҡатын, һатып алыусы сүрәтендә, ҡыҙға шылтыратып, этте бик оҡшатыуын һәм һатып алырға әҙер булыуын әйтә. Улар осраша. Ҡатын иң алда уны әрләй, шунан ҡулынан көсөктө тартып ала ла, ҡасып китә.
Ә ҡыҙ аптырап тормай, полицияға хәбәр итә. Улары “талау” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғата. Тикшереү эштәре тамамланғас, эмоциональ ҡатынға суд алдына баҫырға тура киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға