«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәмле шешлек серҙәре



30.04.2013 Тәмле шешлек серҙәре

Тәмле шешлек серҙәреМай башландымы, күңел әлеге лә баяғы шул шешлек әҙерләү өсөн тәбиғәткә тартыла башлай. Һәр беребеҙ шешлек әҙерләүҙең ҡырҡмаһа-ҡырҡ ысулын белә. Ләкин ваҡыты килеп еттеме – бөтә рецептар ҙа баштан сыға ла оса. Шуға ла шешлек рецептарын түгел, бер нисә алтын ҡағиҙәһен генә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
1. Иттең теләгәнен һайлап алыр­ға мөмкинлек бар. Әлбиттә, һыйыр ите шешлеккә тура килеп бөтмәй, ә бына йәш тананыҡы йәки быҙау­ҙыҡы бара. Итте тиҙерәк әҙер булһын өсөн ваҡ ҡына итеп турау ҙа, эре итеү ҙә дөрөҫ түгел. Бөтә ерҙә лә сама кәрәк. Тауыҡ итен – 2 – 3 сәғәт, башҡа төрлө итте 5 – 6 сәғәт маринадта тоталар.
2. Маринад составына ингән классик ингредиенттар – тоҙ, борос, һуған, аш һеркәһе, шарап. Майонез ҡулланырға кәңәш итмәйбеҙ. Эш калорияла ғына түгел, майо­незды утта ҡыҙҙырып ашау зарарлы. Аш һеркәһе лә итте киптерә. Уның урынына лимондан да ҡулайырағы юҡ. Шулай уҡ итте балда ла маринадлайҙар. Был инде һәр кемдең зауығына бәйле.
3. Ит киҫәктәрен шампурҙарға буйлатып теҙергә кәрәк. Эрерәк киҫәктәр уртаға ҡуйыла.
4. Ит араһына туралған помидор, баклажан, һуған ҡуйыу бик шәп – уларҙың һуты уны тағы ла тәмлерәк итә.
5. Ҡулланыр алдынан шампурҙы утта ҡыҙҙырып, майлап алалар.
6. Шешлекте ҡыҙҙырғанда өҫтөнә ҡалған маринадты һибеп торалар.
7. Иттең әҙерме-юҡмы икәнлеген белеү өсөн бысаҡ менән ҡырҡып ҡарағыҙ – ҡырҡылған урындан алһыу һут аҡһа, ит әҙер түгел, үтә күренмәле һут шешлектең әҙер булыуын күрһәтә. Ә бер ниндәй ҙә һут булмаһа – тимәк, ит көйгән.

Шешлек янына тағы ла нимә кәрәк инде? Помидор, ҡыяр, һуған, икмәк һәм яҡшы кәйеф булһа – етте. Матур итеп ял итегеҙ, рәхәтләнеп яҙ һауаһын һулағыҙ, йылмайығыҙ, дуҫтар!

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға