«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һауа өсөн – 300 мең һум



26.04.2013 Һауа өсөн – 300 мең һум

 Һауа өсөн – 300 мең һумБөгөн кредитһыҙ йәшәүселәр бик әҙҙер. Ниндәй маҡсатҡа ғына алынмай ул аҡса?! Финансистар быға аныҡ яуап бирә ала. Улар, кредит һорау сәбәптәрен өйрәнеп, үҙенсәлекле исемлек төҙөгән. Кубандәге бер эшҡыуар һауа (!) һатыр өсөн 300 мең һум аҡса һораған. Үҙе аңлатыуынса, ир диңгеҙ яры буйында сувенирҙар һата, имеш, һәм ял итеүселәргә бәләкәй банкаларға тултырып (!) диңгеҙ һауаһын да һатырға ниәтләгән. Йәлме ни шифалы һауа!
Эшҡыуар банк хеҙмәткәренә үҙенең киләсәккә программаһын да һөйләп биргән. Һатыу өсөн дүрт төр һауа тәҡдим итмәксе икән ул – Сочиҙан, Туапсе, Геленджик һәм Анапанан. Үәт, афарин! Тик финанс белгестәре быны эшҡыуарҙың эшенә ижади ҡараш тип баһаламай шул. Уларҙың фекеренсә, был – бизнесмендың йәшәү сығанағы эҙләүе, баҙарҙа әле тейелмәгән өлкәне “ҡапшап” ҡарауы.

“Комсомольская правда” сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға