«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ике йылға онотолған…



26.04.2013 Ике йылға онотолған…

Беҙҙә булған хәл түгел. Американың Нью-Мексико штатындағы бер ҡалала эскән килеш руль артына ултырған өсөн ҡулға алынып, Стивен Слевин исемле ир төрмәләге бер кешелек камерала 22 ай ултыра. Уны язаға тарттырырға… оноталар.
Ир, меҫкен, йыуына ла, тырнаҡ та ҡырҡа алмай йонсоған, теше һыҙлағас, табипҡа мөрәжәғәт итә алмағанлыҡтан, үҙе һурырға мәжбүр булған. Онотҡандар тигәс тә, төрмә һаҡсылары уның камерала икәнен белгән, әлбиттә. Тотҡондо нисектер ашатырға ла кәрәк бит әле.
Шуныһы ла ҡыҙғаныс – ирҙә үпкә яман шеше барлыҡҡа килгән. Ике йылға яҡын төрмәлә ыҙаланғас, Стивен Слевиндан бөтә ғәйепте алып, иреккә сығаралар һәм ир судҡа ғариза яҙа. Хәҙер ул үҙенең михнәттәре өсөн АҠШ тотҡондары тарихында тәүгә шундай ҙур сумма – 15,5 миллион доллар күләмендә компенсация аласаҡ. Эш аҡсала түгел, ти Стивен. Ул барыбер сәләмәтлеген кире ҡайтара алмаясаҡ, ә бына төрмәләгеләрҙе иҫ киткес ҡаты шарттар­ҙа тотоуға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп иткән.
Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға