«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Милләттәштәр телдәрен онотмаҫ



19.04.2013 Милләттәштәр телдәрен онотмаҫ

Силәбе өлкәһендә «Шәжәрә» журналының һәм «Арғужа», «Аҡ тирмә», «Башҡорт74.РФ» гәзиттәренең тәүге һандары донъя күрҙе. Был баҫмаларҙа төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың тормошо хаҡында бәйән ителә.
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында «Арғужа» гәзите ҡайтанан сығарыла башланы. Баҫма, «Восход» район гәзитенең ҡушымтаһы булараҡ, айына бер тапҡыр баҫыла. Ул районда үткән хәл-ваҡиғалар­ҙы, ҡоролтайҙар, милли ижади коллективтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эшмәкәрлеген сағылдыра.
«Аҡ тирмә» гәзитенең һәм «Шәжәрә» журналының ойоштороусыһы булып Башҡортостан Респуб­ликаһының «Аҡ тирмә» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Силәбе өлкәһендәге филиалы – «Аҡ тирмә» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Айына бер тапҡыр сыҡҡан баҫма ойошма эшмәкәрлеге менән таныштырып торасаҡ. «Шәжәрә» журналы иһә өлкәлә йәшәгән башҡорттарҙың тарихына һәм шәжәрәләренә арнала. Һәр һанда берәр ғаиләнең нәҫел тарихы баҫтырыласаҡ. Журналдың баш мөхәррире Арыҫлан Бикбулатов һүҙҙәренсә, баҫма кварталға бер тапҡыр нәшер ителә.
«Башҡорт74.РФ» гәзитен ойоштороусы – журналист Резеда Байназарова. Айына ике тапҡыр сығасаҡ баҫмала өлкәлә ойошторолған барлыҡ милли сараларҙы яҡтыртыу күҙаллана.
Резеда Байназарова әйтеүенсә, быйыл милли матбуғат өсөн мөһим осор булып тора. Өлкәлә башҡорт телендә баҫмалар күпләп сыға башлаған. «Уларҙың барыһы ла шәжәрә байрамдарын үткәреү, башҡорт халҡының милли традицияларын һәм йолаларын тергеҙеү, йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге аша халыҡтың, тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүгә һәм уны һаҡлауға булышлыҡ итәсәк», – тип иҫәпләй ул.

З. Йәһүҙина.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға