«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Фәрештәләр ярҙам иткәндер …



09.04.2013 Фәрештәләр ярҙам иткәндер …

Красноярск ҡалаһында була был хәл. Кисә таң менән хоҡуҡ һаҡлаусылар органына бер баланың 14-се ҡаттан йығылыуы тураһында хәбәр итәләр. Ете йәшлек ҡыҙ, шундай бейеклектән беренсе ҡаттағы магазин ҡыйығына йығылып төшһә лә, тере ҡалған, әммә йәрәхәттәре ауыр.
Бала балкондан аҫҡа ҡараған ғына булғанмы, әллә был суицид осрағымы? Ошо һорауҙарға яуап эҙләйһе бар, сөнки ҡыҙыҡай имен булмаған ғаиләнән – әсәһен өлкән балаһына ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Был юлы ла ул өйҙә булмаған.
Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға