«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “ЙӘШЛЕК” ТИҺӘҢ, ЙӘНДӘРЕН БИРӘЛӘР



09.04.2013 “ЙӘШЛЕК” ТИҺӘҢ, ЙӘНДӘРЕН БИРӘЛӘР

“ЙӘШЛЕК” ТИҺӘҢ, ЙӘНДӘРЕН БИРӘЛӘРРафаэль ағай менән Гөлсирә апай Ишһариндар “Йәшлек” уҡыусыларына күптән таныш. Бынан ике йыл элек улар “Йәшлек”-фараз” конкурсында еңгәс, редакция коллективы Стәрлебаш райо­нының Аллағыуат ауылына барып, конкурс шарттарында вәғәҙә ителгәнсә, Ишһариндарҙың мал-тыуарын ҡарап, баҡсаларында ҡар бураҙналары яһап, утын ярып, һыу ташып ҡайтҡайны.
Күптән түгел Стәрлебаш тарафтарына юл төшкәс, “Йәшлек”тең тоғро дуҫтарына һуғылмай үтә алманым.
− Һә-ә-әй, шәп булды әле килеп, − тип ҡолас йәйеп ҡаршы алды мине йорт хужаһы. – “Йәшлек” журналистарын тағы бер йыйып алырға ине, теге юлы булған осрашыуҙы һаман онота алмайбыҙ.
Уҙған ике йыл эсендә байтаҡ ҡына ыңғай үҙгәрештәр булған Ишһариндар ғаиләһендә.
− Өлкән ҡыҙыбыҙ Земфираның улы ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, армиянан ҡайтты, − тип һүҙгә ҡушылды Гөлсирә апай ҙа. – Икенсе улыбыҙ Рәмзилдең дә шатлыҡтары артты – өс бүлмәле фатир алдылар. Игеҙәктәребеҙ Илмира ҡыҙыбыҙ менән Илмир улыбыҙҙың да тормоштары үҙ яйы менән бара. Илмир Салауат химия комбинатына эшкә урынлашты. Илмираның малайы тыуҙы. Ана, хәҙер беҙҙе ҡыуандырып, йүгереп йөрөй. Бер йәш тә алты ай булып китте инде ейәнебеҙгә. Ислам тип исем ҡуштыҡ.
Ишһариндар үҙҙәренең барлыҡ уңыштарын да “Йәшлек” гәзите менән бәйләй.
− Беҙ бит үҙебеҙ­ҙең яратҡан баҫмабыҙҙы “Ленинсы” сағынан бирле ал­дырып уҡыйбыҙ. Ошо гәзит аша ил, донъя, республика яңылыҡтарын белеп торабыҙ, файҙалы кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ. “Йәшлек” менән бергә шатланабыҙ, “Йәшлек” менән бергә уфтанышабыҙ, − ти улар.
Һуңғы йылдарҙа гәзиттең тиражы кәмегәнгә лә борсолоу белдерә Иш­һариндар. Нисек итеп ошо йүнәлештә файҙа килтерер­ҙәй эштәр атҡарып була икән, тип көйөнәләр.
Рафаэль ағай менән Гөлсирә апай әле үк ағымдағы йылдың икенсе яртыһына “Йәшлек”кә яҙылып ҡуйғандар.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең штаттан тыш хәбәрсеһе.

Стәрлебаш районы.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға