«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Батыр исеменән – есеме



29.03.2013 Батыр исеменән – есеме

Батыр исеменән – есеме
Улыбыҙ тыуһа, исемен Салауат тип ҡушырбыҙ, тип алдан уҡ ниәтләй­ Баймаҡ районының Йомаш ауылында йәшәүсе Земфира һәм Юлай Шахмөхәмәтовтар. Йәш ата-әсәнең көткән шатлығы тормош­ҡа аша. Улдары Салауаттың (ул бит Юлай улы ла!) батыр хөрмәтенә аталыуы уға ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та өҫтәйәсәген, әлбиттә, улар алдан уҡ күҙаллағандыр. Ә малай уларҙың ышанысын аҡлап тырыш, отҡор, эшһөйәр, бер аҙ шуҡ, әммә алдына алғанды ҡуймай торған булып буй еткерә.
Ғаиләлә өс малай үҫә. Салауат ҡустыларына бар яҡлап таяныс һәм өлгө була. Әсәләре Земфира Һөйөндөк ҡыҙы мәктәптә уҡыта, шуға ғаиләлә тәрбиәүи талаптар юғары ҡуйыла. Ә ғаилә башлығы Юлай Рәхимйән улы «Һаҡмар» колхозында механизатор булып эшләй. Малайҙар бәләкәйҙән үк уның трактор кабинаһынан төшмәй тиерлек.
Салауат мәктәпте тамамлағас та шофер­ҙар курсына юллана, бер үк ваҡытта физкультура техникумына уҡыр­ға инә. Әммә, уҡыуын тамамлағансы хеҙмәт итеп ҡайтҡыһы ла килә. Шулай итеп, ул үҙ теләге менән әрмегә китә. Бе­лемле, физик әҙерлекле егет хәрби хеҙмәттә лә һынатмай: тәүҙә отделение командиры, унан взвод командиры урынбаҫары була. Ғөмүмән, Шахмөхәмә­товтар ғаиләһендә әрме хеҙмәте егеттәр­ҙең ил алдындағы намыҫ эше итеп һанала.
Салауат, армиянан ҡайтҡас, башҡасараҡ һөнәр һайлай. Баймаҡҡа Өфө энергетика техникумынан күсмә ҡабул итеү комиссияһы имтихандар ҡабул итергә килә. Салауат та үҙен һынап ҡарай һәм, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып китә. Егет уҡыуҙа тырыш, йәмәғәт эштәрендә әүҙем була. Һабаҡташтары уны төркөм старостаһы итеп һайлай. Һуңғы курстарҙа инде ул эшләп уҡый. Эштең еңелен һайламай. Алюминдән төҙөлөш конструкциялары етештереүсе предприятиеға урынлаша. Тиҙҙән уны бригадир итәләр. Ике йылдан һуң башҡа бер төрҙәш предприятиеға күскәс, уға цех начальнигы вазифаһын йөкмәтәләр. Йәш егеткә ҙур ышаныс та, яуаплылыҡ та өҫтәй был.
Ә инде ете йыл элек ҡыйыу һәм эҙләнеүсән Салауат Юлай улы үҙе кеүек тәүәккәл бер нисә егет менән шундай уҡ йүнәлештәге шәхси предприятиеһын асырға ҡарар итә. Тәүҙә ҙур булмаған заказдар алалар.
– Башланғыс капитал да, таяныр кешебеҙ ҙә юҡ ине. Үҙем тәү башлап эшләгән предприятие директоры Вадим Юрьевич Пудяков ярҙам ҡулы һуҙҙы, – тип рәхмәт тойғоһо менән һөйләй Салауат. – Ул беҙгә төнгө осорҙа үҙенең цехын һәм йыһаздарын файҙаланырға рөхсәт бирҙе. Төнгө сәғәт дүрттәргә ҡәҙәр эшләй инек.
Тәүге заказдарҙан ингән аҡсаға сеймал, йыһаз һатып алалар. Заказсылар даирәһен киңәйтәләр, ассортиментты байыталар. Ҙур ты­рыш­лыҡ менән донъя финанс көрсөгөн дә еңеп сығалар.
Салауат Шах­мө­хәмәтов етәкләгән «АлюМастер» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте бөгөн үҫеп килеүсе заманса компания булып һанала. Улар етештергән төҙөлөш конструкцияларын ҡулла­ныу­­сылар иҫәбендә, ябай халыҡ ме­нән бер рәттән, «UZ‒Даеwoo», «Suzuki», «Nissan» кеүек бар донъяға билдәле компаниялар, шулай уҡ «һаҡлыҡ банкы», «ВТБ – 24», «МДМ банк», Кадастр палатаһы, «Са­лауат­металл» йәмғиәте һ. б. кеүек абруйлы клиенттар бар. «Алю­Мастер» компанияһының дәрәжәһе күтәрелә, үҙен ил күләмендәге күргәҙмәләр­ҙә лә таныта. Компания эшмәкәрлеге заманса технологияларға ҡоролған. Бында Салауаттың тәжрибәһе, ойоштороу оҫталығы, белеме (ул ситтән тороп БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлаған) булышлыҡ итә.
Шәхси тормошон да матур ҡорған ул. Бергә уйнап үҫкән күрше ҡыҙы Гөлнурға өйләнеп, ике бала үҫтерәләр.
Салауат Шахмөхәмәтов ата-әсәһенең (үкенес, атаһы иртәрәк донъя ҡуя), тыуған ерҙең, милләттең ышанысын аҡлаған шәхес ул. Уның өсөн иң ҡәҙерлеһе – тыуған ер һәм яҡташтары. Салауат Юлай улы мәктәптәргә, райондан сыҡҡан йәш таланттарға, балалар йорттарына матди ярҙам күрһәтә. Йыл һайын үҙе уҡып сыҡҡан мәктәптең ике уҡыу алдынғыһына премияһын тапшыра. Ә бына үҙе алған иң иҫтәлекле бүләк «Йәшлек» гәзитенән булған. 1996 йылда мәктәптә уҡығанда улар бөтә класс менән «Йәшлек»кә яҙылып, республикала еңеү яулаған һәм фотоаппарат менән бүләкләнгәндәр.
– Бөгөн дә «Йәшлек» гәзитен оло ихтирам менән ҡулыма алам, – ти ул.
Салауат Юлай улы – Баймаҡтың эшлекле, изгелекле, булдыҡлы улы, батыр исеменән есеме, тип әйтке килә ундай Салауаттар хаҡында.

Гөлнара ҒӘЛИМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға