«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ниндәй осраҡта кредит алаһығыҙ?



29.03.2013 Ниндәй осраҡта кредит алаһығыҙ?

Миңзәлә ЮЛДЫБАЕВА, Әбйәлил районының Асҡар ауылы:
– Донъя көтәм, йәшәйешемде яҡшыртам тиһәң, кредит-ссудаһыҙ булмай. Бер эш хаҡына әллә ниҙәр ҡыйратмаҫһың. Беҙ йорт төҙөп ятабыҙ, төҙөлөш материалдары ҡиммәт, аҡса күп кәрәк, шуға ссуда алырға булдыҡ. Яңы йортҡа өр-яңы мебель ултырт­ҡы килә, уныһын да кредитҡа аласаҡбыҙ. Һаулыҡ булһын, бурыстарҙы түләп бөтөрбөҙ әле.

Салауат ЙОМАҒОЛОВ, Белорет районының Асы ауылы:
– Алып ҡарағаным булды, икеләтә арттырып түләнем. Юҡ, башҡаса кредитҡа йоғонмайым. Проценттары бигерәк ҙур. Һәр банк халыҡты мөмкин тиклем нығыраҡ таларға тырыша кеүек.

Регина ӘБСӘЛӘМОВА, Өфө ҡалаһы:
– Бер ҡасан да банкынан бурыс алманым һәм алмаясаҡмын да. Эйе, клиенттарға яңы-яңы ылыҡтырғыс шарттар булдырыла. Өфө урамдарын, гәзит-телевидениены “түбән процентлы кредит”, “15 минут эсендә – аҡса” кеүегерәк реклама сыбарлай, банкыға аяҡ баҫһаң – йәнеңә инерҙәй булып өгөтләйҙәр, хатта телефон аша миллион ярым һумлыҡ кредит вәғәҙәләй­ҙәр. Иҫең китер! Әммә мин уларға ышанмайым. Бурыс ҡайтарырға ваҡыт етһә, һуңғы күлдәгеңде һалдырып алырҙар әле.

Илсур ЮНЫСОВ, Күгәрсен районының ҡадир ауылы:
– Ашау-эсеүгә, күңел асыуға кредит алыу – ахмаҡлыҡ. Юғиһә, туй-юбилей үткәрәм, тип банкыға йүгереүселәр бар. Бер ҡасан да кредит менән файҙаланғаным юҡ. Бәлки, бизнесымды үҫтереү өсөн алырмын, йәғни шул аҡса тағы ла күберәк килем килтерергә тейеш.

Сәлимә КӘРИМОВА, Йылайыр районы:
– Кредит менән йыш ҡулланабыҙ. Автокредитҡа машина һатып алдыҡ, телевизор-кер йыуғыс кеүек йорт техникаһын да магазиндан кредитҡа алабыҙ ҙа ҡайтабыҙ. Бик уңайлы, хаҡын аҙаҡтан яйлап түләйбеҙ. Проценты булһа ни? Уның ҡарауы, бер әйбер һатып алам тип, айҙар буйы аҡса йыймайһың.
Тормош иптәшем Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй, мин балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ике балабыҙ бар. Килемебеҙ бурыстарҙы тотҡарлыҡһыҙ түләүгә етә. Һәр саҡ төрлө банкыларҙан “тағы кредит алығыҙ” тигәнерәк хаттар килә.

Фәнүр РАЕВ, Баймаҡ районының Буранбай ауылы:
– Ундай “уңайлыҡтар” менән файҙаланмаҫҡа тырышам. Үҙ тырышлығым арҡаһында тапҡан аҡсаны ғына тотонам.

Гөлдәр КИРАМОВА, Күмертау ҡалаһы:
– Ғөмүмән, юҡ-барға бурысҡа батырға яратмайым. Әгәр ҙә кеҫәмдә аҡса әҙ булһа, теләктәремде тыям. Алты йыл элек арзан ғына хаҡҡа һатылған фатирға тап булдым. Хужаларына ашығыс рәүештә аҡса кәрәк булып киткән. Мин илебеҙҙә популяр булған бер банкынан ссуда алдым, туғандарым да бер аҙ ярҙам итте, һәм теге фатир­ҙы һатып алдым. Шунан ҡапыл ғына торлаҡҡа хаҡ үҫә башланы, бурысымдың бер өлөшөн инфляция “ашаны”. Бөгөн ай һайын банкыға түләйем, әммә бер ауырлығы ла һиҙелмәй.

Гүзәл ЙОСОПОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға