«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Зарланып йәшәмәйбеҙ, бирешергә иҫәп юҡ”



29.03.2013 “Зарланып йәшәмәйбеҙ, бирешергә иҫәп юҡ”

Был аҙнала шылтыратыуҙар күп булманы. Ике әсә балалар пособиеһы менән ҡыҙыҡһынды, һорауҙары БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға ебәрелде. Рәсми яуап киләһе һандарҙың береһендә баҫылыр.
Дежур телефон эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә. Ошо ваҡыт эсендә хәлдәрегеҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ. Юғиһә киске сәғәт 11-ҙә лә, ял көндәрендә шылтыратыусылар бар.
Гәзитебеҙҙең йома һанындағы сканворд асҡысын ебәреү тураһында айырым әйтке килә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яуаптар дүшәмбе көнө иртәнге сәғәт 9-ҙан ҡабул ителә. Ә йома, шәмбе, йәкшәмбе шылтыратҡан, хәбәр ебәреүселәрҙең яуабы һаналмай. Сканворд асҡысын тиҙ генә тапһағыҙ ҙа сабыр ғына дүшәмбе иртәһен көтөгөҙ.
Фәнүзә ҮТӘГӘНОВА, Ғафури районы:
– ҡыҙыма балалар церебраль параличы диагнозын ҡуйғайнылар, әле 18 йәше тулды. Уға операция яһар­ҙармы икән? Уны ҡайҙа, нисек эшләйҙәр?
Был һорау менән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айгөл Абдуллинаға мөрәжәғәт иттек.
“Телефон аша ғына кешенең хәлен билдәләп, дөрөҫ кәңәш әйтеп булмай. Балалар церебраль параличы диагнозы ҡуйылған кешеләрҙе дауалау ысулдары күп һәм төрлө. Кемгәлер медицина күрһәтмәһе буйынса махсус курс та етә, ҡайһыларға операция тәғәйенләйҙәр.
Моғайын, бала тыуғандан алып район табиптары күҙәтеүе аҫтындалыр. Әсә кеше ҡыҙының амбулатор картаһын ҡарап сыҡһын, табип менән кәңәшләшһен. Ул операция кәрәкме-юҡмы икәнлеген билдәләр, кәрәк тип тапһа, республика дауаханаларына йүнәлтмә бирер”, – тине ул.

Фәнүзә, Бөрйән районы:
– Балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләнем дә декрет ялына сыҡтым. Тик мине эштән ҡыҫҡарттылар. Балалар пособиеһы ла ваҡытында күсмәй. Балаға 5 ай, ә мин пособиены ни бары бер тапҡыр ғына алдым.
РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, декрет отпускыһына киткән ҡатын-ҡыҙҙы эштән ҡыҫҡартыу тыйыла. Хоҡуҡтарығыҙҙың тергеҙелеүен һорап, Бөрйән районы прокуратураһына ғариза яҙығыҙ. Шунда пособиеға ҡағылышлы дәғүәгеҙҙе лә белдерегеҙ.

Ғирфан ТАУЫЛБАЕВ, Йылайыр районы:
– 1951 йылғыларға совет аҡсаһы өсөн компенсация түләнәме?
Киләһе һандарҙа ошо темаға арналған мәҡәлә донъя күрер. Унда кемдәргә компенсация ҡарал­ғаны, уны алыу тәртибе тураһында уҡырһығыҙ.

Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында йәшәүсе “Йәшлек”тең тоғро дуҫы Вазифа апай сираттағы яңылығы менән уртаҡлашты:
– Районыбыҙҙың Бишҡайын ауылында “Мин яратам һине, тормош” тигән бик матур кисә уҙҙы. Уны ауыл хакимиәте ойошторҙо. Хаҡлы ялда булғандар йырланы ла, бейене лә, сәхнә түрен хатта 80 йәшлектәр ҙә биҙәне. Башҡорт, татар, сыуаш, урыҫ телдәрендә барған концерт барыһына ла оҡшаны. Шулай уҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе булды. Зарланып йәшәмәйбеҙ, бирешергә иҫәп юҡ, Аллаға шөкөр!
Афарин, ауырғазылар! Вазифа апай кеүек ололарыбыҙға һоҡланырға ғына ҡала.

Рәзилә, Әбйәлил районы:
– Миңә 49 йәш, йыйыштырыусы булып эшләйем. Бер үҙем дүрт бала үҫтерәм. Иптәшем 2001 йылда мәрхүм булды. Күп бала тәрбиәләүсе яңғыҙ әсә булараҡ, 50 йәштән хаҡлы ялға сыға аламмы?

Роза, Ғафури районы:
– Ир-егеттәр бер өҙлөкһөҙ 25 йыл тракторсы булып эшләһә, 55 йәштән пенсияға китә ала, тиҙәр. Дөрөҫмө шул?
Был һорауҙарға РФ Пенсия фондының БР буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров яуап бирҙе: “Хат яҙыусыларҙың икеһенә лә бер яуап: хаҡлы ялға иртәрәк сығырға хоҡуҡтары юҡ”.

Шылтыратыуҙарҙы Гүзәл БИКМӘТОВА ҡабул итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға