«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күңелемде иреттең, мөхәббәт!



15.03.2013 Күңелемде иреттең, мөхәббәт!

Беҙҙе осраштырған өсөн Хоҙайға мең рәхмәт, тимен. Сөнки һин миңә йәшәү көсө һәм дәрт бирҙең. Үҙемде ерҙә атлап түгел, ә осоп йөрөгәндәй тойҙом. Мин һиңә ҡыуаныс булһам, һин миңә йыуанысһың, ҡәҙерлем. «ҡәҙерлем» тигән һүҙҙе лә тулы мәғәнәһендә яңы аңланым.
Оҙағыраҡ осрашмаһаҡ, телефондан тауышыңды ишеткәнгә лә шатланам, бәхетем минең. Шул саҡта йөрәгемдең күкрәгемә һыймай типкәнен һиҙәһеңдер.
Ә осрашҡанда үҙемде күктең етенсе ҡатында кеүек тоям: һин һәм мин. Башҡа бер кем дә юҡ. Фәрештәләр генә беҙҙең бергә булғанға ҡыуана кеүек был ваҡытта…
ҡәҙерлем, һи­не шул тиклем һа­ғын­дым: башыңды тубы­ғыма һалып, сәстәреңдән һыйпап ярат­ҡым, күҙҙәреңдән үп­кем, донъя мәшә­ҡәттәрен онотоп, һи­нең ҡосағыңда ирегем, шашып һөйгөм-һөйөлгөм килә. Һин бит тормош һынауҙарына түҙгән өсөн Хоҙайҙың рәхмәте булып килгәнһең миңә. Хәҙер беләм: һин алманың беренсе яртыһы булһаң, мин – икенсе яртыһымын.
Яратам мин һине, ныҡ яратам. Бәлки, бөтә ғашиҡтар ҙа ҡауыша алмайҙыр. Яҙмыш икебеҙҙе ике яҡҡа ташлаһа ла ризамын: тик һин бул, ҡәҙерлем, иҫән-һау йөрө. Миңә шул да етә: барыбер бәхетлемен, сөнки ысын мөхәббәтле булдым, һин мине һөйөргә өйрәттең, ҡатҡан күңелемде иреттең. Бөтәһе өсөн дә рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем.

Айгүзәл.
Ишембай районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға