«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мөхәббәт өсөн үс



12.03.2013 Мөхәббәт өсөн үс

ҡасандыр ул мөхәббәт утында янып, бер ҡыҙҙы яратып йөрөй.
Әммә һөйгән йәре икенсене һайлай. Бер көндө егет һөйөклөһөнөң Өфө районының Суровка ауылындағы танышына һигеҙенсе модель “ВАЗ” автомобилендә килгәнен күрә. Дуҫтары менән эсеп йөрөгән А. егеттең кәрәген бирмәксе була. Кәйефләнеп алған компания яҡынлауын күргән И. машинаһына ултырып китмәксе була, ләкин автомобиленең тәҙрәһен ватып, уны сығарып алалар һәм, дүрт егет ныҡ ҡына туҡмап, машинаһын алып ҡаса. “Лада” салонындағы 9,5 мең һум аҡсаны ла сәлдерәләр.
Тәртип һаҡсылары Суровка буйлап байрам итеп, машинала йөрөгән егеттәрҙе тиҙ таба. Уларҙы көс ҡулланып автомобиль талау һәм урлашыу осрағы буйынса енәйәти яуаплылыҡ көтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға