«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хәбәр көтәм һинән. Башҡортса!



12.03.2013 Хәбәр көтәм һинән. Башҡортса!

Хәбәр көтәм һинән. Башҡортса!
Телефонда башҡортса текстарҙы рус хәрефтәре менән арлы-бирле яҙыр­ға тура килеүе күңелде өйкәп тора ине. Шөкөр, был заман артта ҡалды. Хәҙер рәхәтләнеп башҡортса смс-хәбәрҙәр яҙырға мөмкин – заманса телефондарҙа башҡорт телендә ҡушымта бар! Был бүләкте беҙгә бик шәп егет – Илдар Кинйәбулатов әҙерләгән. Әле Мәскәүҙә эшләп йөрөүсе башҡорт егете менән яҡындан танышыу форсатын таптыҡ.
− Яңы йыл байрамына Өфөгә атай-әсәйем янына ҡайтҡайным. Шунда атайымдың планшет компьютерҙа тырышып-тырмашып русса шрифт менән башҡортса яҙыуына иғтибар иттем. Дөрөҫөн әйткәндә, андроид операция системаһы нигеҙендә эшләгән заманса телефондар һәм планшет компьютер­ҙарҙа һаман да башҡортса яҙып булмағанлығын күҙ алдыма ла килтермәй инем. Шуға ла Мәскәүгә килеү менән смартфондар өсөн башҡортса клавиатура эшләү теләге менән яна башланым. Нишләп әле беҙ хәҙерге заманда үҙ телебеҙҙә матур итеп смс-хәбәр ҙә яҙа алмай ултырыр­ға тейеш? Бер-ике аҙна эсендә интернет баҙарында эшләүсе башҡа дуҫтарым менән дә кәңәшләшеп, эште нимәнән башлап, нисек тамамларға кәрәклеген күҙ алдына килтерҙем. Бер юлы татар телендәгеһен дә эшләү дөрөҫ булыр тип уйланым, − ти Илдар Кинйәбулатов. Башланған эш – бөткән эш, тип әйткән бит халҡыбыҙ. Бөгөн талантлы егеттең тырышлығы емеше әҙер һәм уны һәр кем ҡуллана ала.
Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан булған Илдар Кинйәбулатов бер нисә йыл инде илебеҙ баш ҡалаһында интернет тармағы агентлығында эшләп йөрөй. Смартфондар һәм планшет компьютерҙарҙа ла баш­ҡортса клавиатура эшләү − бө­гөнгө көн талабы. Ни тиһәң дә, статистика шуны һөйләй – интернетҡа ябай компьютерҙар һәм смартфондар, планшеттар ярҙамында инеүселәрҙең һаны бер үк тиерлек. Бәләкәй ҡорамалдар менән дә ҡулланыусыларҙың һаны артҡандан-арта бара.
Әлбиттә, бөгөн планшеттарҙа, смартфондарҙа башҡортса яҙып булыуы бик шәп. Был һәр беребеҙ өсөн ҙур мөмкинлек. Ул ябай ҡулланыусыға барып еткәнсе күпме тырышырға кәрәк. Илдар­ҙың әйтеүенсә, клавиатураны әҙерләү еңелдән булмаған. Әйткәндәй, бының өсөн аҡса түләүселәр ҙә юҡ – барыһы ла күңел ҡушыуы буйынса башҡарылған эш.
Әлеге клавиатура Jbak keyboard тип аталған билдәле программала сыға һәм быға тиклем эшләп килгән стандарт клавиатураны тулыһынса алмаштыра. Етмәһә, Android операция системаһы нигеҙендә эшләнгән ҡорамалдар ҡиммәт түгел. Был клавиатураның уңайлы бик шәп яғын билдәләге килә – унда автоҡуйыу һүҙлеге индерелгән. Был һүҙлекте Башҡорт дәүләт университетының компьютер филологияһы лабораторияһы белгестәре әҙерләгән. Һүҙлектә 200 мең һүҙ бар. Уның ярҙамында текстарҙы йыйыу эше күпкә еңелерәк һәм шәберәк башҡарыла.
Шулай тура килә – бөтә кешеләр ҙә тиерлек бер үк ваҡытта башҡортса ла, русса ла текстар йыя. Илдар Кинйәбулатов был хәлде лә күҙ уңынан ысҡындырмаған. Эшләгәндә руссанан – башҡортсаға, башҡортсанан руссаға күсеп, теге йәки был тыныш билдәһен ҡуйыу өсөн шрифтарҙы алмаштырып ултырыу талап ителмәй. Башҡортса һәм инглизсә раскладкаларҙы ғына ҡуйыу етә. Бәләкәй экрандар өсөн дә айырым уңайлыҡ булдырылған – клавиатураның ҙурайтылған баҫмалы версияһы бар. ҡыҫҡаһы, яңы клавиатураның уңайлыҡтары бихисап, уны һәр ҡулланыусы билдәләй ала.
Илдар Кинйәбулатов халҡыбыҙҙы заманса технологияларҙы, коммуникацияларҙы тағы ла әүҙемерәк үҙләштерергә саҡыра. Бөгөнгө тормошто интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Шул “даръя”ла рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә аралаша алабыҙ һәм быға Илдар Кинйәбулатов ҙур өлөш индерҙе. Уға “афарин!” тип әйтеү генә аҙ, рәхмәт тә әйтке килә. Уңыштар һиңә, Илдар, беҙҙе тағы ла яңы технологиялар менән ҡыуандыр.
Башҡортса клавиатураны ildar.me/ba һылтанмаһы аша табып була.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға