«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Фән һәм техника өлкәһендә әүҙем эшләһәң…



05.03.2013 Фән һәм техника өлкәһендә әүҙем эшләһәң…

Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премиялары биреү комиссияһы 1 марттан 31 майға тиклем премияға дәғүә итеүселәрҙең эштәрен ҡабул итә.
Конкурста, айырым шәхестәрҙән тыш, биш кешенән артмаған коллектив та ҡатнаша ала. Уларҙы ғилми учреждениелар, юғары уҡыу йорттары, дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары, предприятиелар күрһәтә.
Әйткәндәй, әлеге дәүләт премияһы ике йылға бер тапшырыла. Тәбиғи һәм гуманитар фәндәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән ғилми тикшеренеүҙәр, иҡтисадты инновацион үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы технологиялар эшкәртмәләре өсөн 500 мең һумдан өс премия бирелә.
Эштәр түбәндәге адресҡа ебәрелә: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46-сы йорт, БР Президенты Хакимиәте, 328-се бүлмә. Белешмә өсөн телефон: (347) 280-80-93.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға