«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡаҙояташ



05.03.2013 Ҡаҙояташ

Хәҙерге Комсомол бүлексәһе 1954 йылға тиклем 46-сы йылҡысылыҡ заводының Һаҡмар бүлексәһе булып һанала.
Ауылға нигеҙ һалыусы – Йомаштан Әмбәт Сәйетғәфәров. Уның туғандары Сәләх, Хөснөтдин, Дауыт булған. Шул ваҡыттан алып ул Сәйғәфәр утары тип йөрөтөлә башлай. Бындағы ерҙәр мал ишәйтеү өсөн иркен һәм уңайлы һаналған. Әмбәт батша заманында улус старшинаһы булып 25 йыл эшләй. Уның йәйләүе Мәкәтин йылғаһы буйында урынлашҡан.
Уҙған быуаттың 20-се йылдарында ауыл халҡы малсылыҡ менән көн күрә. 1929 йылда 46-сы йылсылыҡ заводы төҙөлгәс (үҙәге – Аҡморон ауылы), Сәйғәфәр утарына Һаҡмар участкаһы тигән исем бирелә. һуңғараҡ «Баймаҡ» совхозының Комсомол бүлексәһе тип йөрөтөлә башланы.
Борон заманда Таштый йылғаһы буйында ҡара урман булған. Кеше үтә алмаҫлыҡ шырлыҡ араһында ҡая ташы торған. Был ташҡа ҡыр ҡаҙы оялап, бәпкә сығарған. ҡаҙ ояһы-таш тигән һүҙҙән “ҡаҙояташ” исеме ҡалған.

Т. РАЙМАНОВА,
Сәйғәфәр урта мәктәбе уҡыусыһы.
Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға