«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күңел тыныслығы хаҡында



05.03.2013 Күңел тыныслығы хаҡында

Бер ир йәшәгән. Ул нисек тә тиҙерәк билдәле булырға теләгән һәм, тормошҡа энергия йыйыр өсөн мотлаҡ үҙ-үҙең өҫтөндә эшләргә кәрәк, тип уйлаған. Тик тынысланып ҡына ултырып уйлана башлауы була, уға нимәлер ҡамасаулай. Иң тәүҙә ир үҙ бүлмәһендә ултырып уйға сумдым тигәндә генә, өҫтәге күршеләренең ҡысҡырышҡанына йәне көйөп, уйынан кире ҡайта. Уларға бик оҙаҡ иғтибар итмәҫкә тырыша, әммә булдыра алмай. Һәм, өйҙә бер ниндәй ҙә фекергә килеп булмай, иң яҡшыһы паркка барып ултырырға кәрәк, тип уйлай. Теләгән еренә барып, үҙенә яйлы урын эҙләп таба ла, тыныс ҡына уйға ҡалыуы була, бер төркөм бала-саға гөр килеп эргәһенән йүгереп үтә. Шунан эт эйәрткән ҡыҙ килеп баҫа, бәләкәй малай-ҡыҙҙар уны уратып алып, көлөшөп уйнай башлай. Ирҙең йәне көйә һәм ул урынынан һикереп тора ла, парктан сығып, иң тыныс урын унда булыр, тип урманға китә. Унда күңеленә ятышлы бик матур аҡланды таба һәм тынысланып уйға сума. Әммә унда ла тынғы булмай, йә ҡоштар һайрауы, йә ел иҫеүе, йә япраҡ һелкенеүе йәнен көйҙөрә. Ул ни өсөн бер нисек тә тыныслыҡҡа ирешә алмауын аңлай алмай һәм бик ныҡ ярһый. Аҡландан ҡуйы урман эсенә инеп китергә тырыша һәм унда, ниһайәт, тыныслыҡ табырмын, тип уйлай. Йүгерә торғас, бер мәмерйәгә барып сыға. Тик бында ла ҡолағына ҡайҙалыр тамсы тамғаны ишетелә. Шул ваҡытта башына үҙенә генә йорт төҙөү хыялы килә. Бер нисә йыл эсендә ир бөтә яҡлап та тауыштан һаҡланған ҙур коттедж төҙөй. Ниһайәт, тип шатланып уйлай ир, хәҙер мин тыныслыҡҡа туясаҡмын, бар уйҙарымды ла рәхәтләнеп тормошҡа ашырасаҡмын. Ул иҙәнгә ултыра, күҙҙәрен йома. Ләкин был тынлыҡты «тик-так», «тик-так» тигән тауыш боҙа. Ул урынынан һикереп тороп, стеналағы сәғәтте алып, иҙәнгә бәрә. Урынына барып ултыра, тыныслана. Ныҡ итеп тын ала, йылмая. Һәм хәҙер, ысынлап та, тыныслыҡ буласаҡ, тип уйлап та өлгөрмәй, йөрәгенең «туҡ, туҡ, туҡ…» тип типкәнен ишетә.
Йыһан үҙенең бөтә балҡышында ла иҫ киткес. Һинең күңелеңдә тыныслыҡ икән, тап шул саҡта ғына тирә-яҡта ла гармония була.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға