«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Март



01.03.2013 Март

Март
1− Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
8 − Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
10 – Архивтар көнө.
− Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө.
15 − Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө.
17 − Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү көнө.
19 − Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр көнө.
21 – Халыҡ-ара Ер көнө.
− Бөтә донъя шиғриәт көнө.
22 − Бөтә донъя һыу көнө.
23 − Бөтә донъя метеорология көнө.
24 − Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө.
− Планетарийҙар көнө.
27− Халыҡ-ара театр көнө.
− РФ Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре көнө.

Юбилейҙар
1 − күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәким Ғиләжевтың тыуыуына − 90 йыл (1923 − 1997).
1 − тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Билал ЮЛДАШБАЕВТЫҢ тыуыуына − 85 йыл (1928 − 2001).
2 − шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңһылыу ҡАРАМЫШЕВАҒА − 65 йәш (1948).
3 − билдәле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрит Иҫәнғоловтың тыуыуына − 85 йыл (1928 − 1983).
− БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лев КУЗНЕЦОВТЫҢ тыуыуына − 90 йыл (1923 − 1992).
6 − күренекле башҡорт яҙыусыһы Шакир Насировтың тыуыуына− 100 йыл (1913 − 1968).
9 − БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле тележурналист Луиза Фархшатоваға − 60 йәш (1953).
10 − РФ-ның атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшаһмановҡа − 65 йәш (1948).
11− публицист, шағир һәм яугир Зәйни РАФИҡОВТЫҢ тыуыуына − 90 йыл (1923 − 2006).
17 – мәшһүр балет артисы Рудольф Нуриевтың тыуыуына – 75 йыл (1938 − 1993).
18 − РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фирҙәүес НАФИҡОВАНЫҢ тыуыуына − 75 йыл (1938 − 2008).
19 − сәсән-шағир Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың тыуыуына − 155 йыл (1858 − 1936).
− танылған геолог, геология-минералогия фәндәре кандидаты, профессор, академик Миңләхмәт МОТАЛОВТЫҢ тыуыуына − 85 йыл (1928 − 2012).
20 − СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәнифә ИСКӘНДӘРОВАҒА − 85 йәш (1928).
− БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Сабир ШӘРИПОВҡА − 65 йәш (1948).
− Башҡортостандың халыҡ артисы, баянсы Хәлит ФӘТИХОВҡА – 55 йәш (1958).
25 − мәшһүр ғилем эйәһе һәм арҙаҡлы дин әһеле, шәйех Зәйнулла ишан РӘСҮЛЕВТЫҢ тыуыуына − 180 йыл (1883 − 1917).
27 − яҙыусы, дәреслектәр авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм БУРАҡАЕВАҒА − 70 йәш (1943).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға