«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өп-өр яңы “Титаник” юлға сығырға әҙерләнә



01.03.2013 Өп-өр яңы “Титаник” юлға сығырға әҙерләнә

Өп-өр яңы “Титаник” юлға сығырға әҙерләнә
Австралия миллиардеры Клайв Палмер әфәнде былтыр тарихта билдәле “Титаник”тың күсермәһен төҙөргә вәғәҙә иткән булған. Шундуҡ 2016 йылда океанға төшәсәк суперсудноға эләгер өсөн ҙур аҡса түләргә теләүселәрҙән тәҡдимдәр яуа башлаған.
"Титаник – 2" 270 метр оҙонлоҡта, ауырлығы 40 мең тонна буласаҡ. Каюталар һа­ны 850-гә етә, 2,6 мең пассажирҙы һыйҙырасаҡ. Төҙөлөшө менән бынан 100 элек батҡан лайнерҙан айырылмаясаҡ тиерлек. Яңы ҡорамалдан кондиционер ғына булыр, моғайын. Бәлки, интернетҡа ла сығыу мөмкинлеге бирелер, әммә миллиардер уны теләмәй.
Яңы судно ҡытайҙа төҙөләсәк. Күптәр Палмер әфәнденән, “Титаник – 2” тәүгеһенең яҙмышын ҡабатламаҫмы, тип һорай икән. Бай хөрәфәттәргә ышанмай-ышаныуын, әммә “батһа, бата ла ҡуя” тигән кеүек яуап ҡайтара.
Нишләргә? 2016 йылда яңы ҙур фажиғә ихтималлығынан ҡурҡырғамы?

А. АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға