«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һаҡланыусы биләмәләр арта



26.02.2013 Һаҡланыусы биләмәләр арта

Баймаҡ районы биләмәһендәге Балта һәм Топор тауҙары тәбиғәт һәйкәлдәре исемлегенә индерелде. Был тауҙарҙың майҙаны 404 гектар тәшкил итә. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2013 йылдың 21 февралендәге ҡарарына ярашлы, тәбиғи һәйкәлде Ишмырҙа ауыл хакимиәте биләмәһе һаҡлаясаҡ.
“ҡыҙыл китап”ҡа ингән һәм башҡа һирәк осрай торған үҫемлектәр, мәҫәлән, ҡылғандар ҙа ошо иҫәптә, айырыуса ныҡ һаҡланасаҡ. Биләмәләге йылға яры буйҙарындағы үҫемлек донъяһы ла фән өсөн мөһим.
Әйткәндәй, Башҡортостанда бөгөн республика әһәмиәтендәге 188 тәбиғәт һәйкәле бар, уларҙың дөйөм майҙаны 43 мең гектарҙан ашыу.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға