«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Эт ҡарағы



22.02.2013 Эт ҡарағы

Салауат районының Мөрсәлим ауылында йәшәүсе ир затлы тоҡомло эт – такса аҫраған. Бер кис тоғро дуҫы урамдан ҡайтмай. Уның күршеләре, этеңде берәү тотоп алды ла машинаһына ултырып китте, ти.
Хужа эске эштәр бүлегенә ғариза яҙа. Шаһиттар һүрәтләүе буйынса этте урлаусы тиҙ табыла. Ул Дыуан районынан 59 йәшлек ир булып сыға. Урланған хайуанды ваҡытлыса бер дуҫында тотҡан. Ир – һунарсы, лайка тоҡомло ике эте бар. “Тағы ла таксам булыуын теләгәйнем”, – ти ул. Әйткәндәй, баҙарҙа такса көсөгөнөң хаҡы 4 – 12 мең һум тора. Әлеге мәлдә иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға