«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Көтөлмәгән күк «бүләге»



20.02.2013 Көтөлмәгән күк «бүләге»

Көтөлмәгән күк «бүләге»
йәки Силәбе ҡалаһына метеорит төшәсәген берәү ҙә алдан фаразлай алманы
15 февралдә күктә барлыҡҡа килгән утты күреүселәр, икенсе ҡояш ҡабын­ғандай булды, тигән. Саҡырылмаған йыһан ҡунағы иртәнге cәғәт 9-ҙар тирәһендә ҡаҙағстан өҫтөндә килеп сыға һәм ҙур тиҙлектә Төмән, ҡурған өлкәләре аша үтә. Силәбе өҫтөндә сағыу яҡтылыҡ барлыҡҡа килә һәм көслө шартлау яңғырай. Уның ҡеүәте тротил эквивалентында 500 килотонна булған, был Хиро­симала шартлаған утыҙ бомба ҡеүәтенә тиң. Ғалимдар раҫлауынса, есемдең диаметры – алты метр, ә ауырлығы яҡынса ун тонна булған. Метеорит бер нисә өлөшкә бүленгән. Сыбаркүл ярында ун метрлыҡ воронка табылған, ә күлдә түңәрәк кенә уйым барлыҡҡа килгән.
Шартлау һөҙөмтәһендә йөҙ мең квадрат метрҙа тәҙрәләр селпәрәмә килгән, ҙур күләмдә цинк һаҡланған заводтың ҡыйығы, бер яҡ стенаһы емерелә, кәрәҙле телефон бәйләнеше юғала, газ менән тәьмин итеү туҡтатыла. Ярай әле шартлау “Маяҡ” комбинаты янында булмаған, юғиһә Чернобыль фажиғәһе ҡабатланыуы ихтимал ине.
Силәбе халҡы аптырашта ҡала. Кемдер, самолет йә ракета ҡоланы, икенселәр, һуғыш башланды, өсөнсөләр иһә, метеорит төштө, тип фаразлай. Йыһан ҡунағының юлын республикабыҙҙа ла күреүселәр байтаҡ булған.
Бөтәһе 1 200 кеше медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән (ике йөҙҙән ашыуы – балалар). Уларҙың күптәре быялаға ҡырҡылған. Ауыр хәлдәге бер нисә кеше Мәскәүгә оҙатылған. Радиация фоны, һыуҙың химик составы нормала, ти белгестәр.
Бындай йыһан ҡунағының беҙҙең тарафҡа тәүгә килеүе түгел. 1990 йылдың 18 майына ҡараған төндә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлаш­ҡан “Стәрлетамаҡ” совхозы баҫыуына 315 килограмм ауырлығындағы метеорит төшкән. Шул урында ун метрлыҡ кратер хасил булған.
Шаяндар: “Силәбе егеттәре Ғашиҡтар көнөнә һөйгәндәренә күктән йондоҙ алып бирә”, “Силәбе металлургтары хатта метеориттан руда таба”, – тип интернет селтәрендә яҙа. Ниндәй генә хәл булһа ла, үҙебеҙҙән үҙебеҙ көлә беләбеҙ.
Шул уҡ көндә планетабыҙҙан 28 мең километр алыҫлыҡта 15 ҡатлы йорт ҙурлығындағы 2012 DA14 астероиды үтеп китте. Уны хатта ябай бинокль аша күрергә мөмкин ине. Был есем Ергә төшһә, меңәрләгән бомба шартлаған кеүек булыр ине. Ғалимдар әйтеүенсә, 2140 йылда Ерҙең астероид менән бәрелешеүе ихтимал.
Эйе, барыһы ла яҡшы тамамланды. Халыҡ еңелсә ҡурҡыу менән ҡотолдо, һәләк булыусылар юҡ. Емереклектәр ошо аҙна аҙағына тиклем тергеҙеләсәк. Тик әлеге лә баяғы көтөлмәгән күк “бүләге”н илебеҙҙә берәү ҙә көтмәй булып сыҡты: илебеҙ обсерваторияһы ла, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ла, башҡа хеҙмәттәр ҙә.

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға