«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йыһаннамә



20.02.2013 Йыһаннамә

Йыһаннамә
15 февралдә күршеләребеҙҙә, Силәбе өлкәһендә, йыһандан килгән ҡунаҡ – метеорит төшөүе сәбәпле, миңә ҡыҙыҡ хәлгә шаһит булырға тура килде. Иҫәнғол яғынан Йылайыр ауылына инеп барғанда, күк йөҙөнөң көнбайышынан көнсығышына ҡарай күҙ алдымдан күбәләй ҙур ут өйөрөмө осоп уҙҙы. Эргәмдәге пассажир урынында ғына фотоаппарат ята ине лә ул, әммә шундай мәлдә, бер нисә секунд эсендә йә был тәбиғәт күренешен офоҡ сигенә үҙ күҙҙәрең менән оҙатаһыңмы, йә, рулде ташлап, фотоаппаратыңды сығара башлайһыңмы инде.
Йылайыр районының «Ауыл уттары» гәзите редакцияһына инһәм, мөхәррир Ильяс ағай Такалов был метеориттың атмосфералағы эҙен, «ҡойроғон» ғына фотоға төшөрөп өлгөргән:
– Эш менән булышып ултыра торғас, тышта ныҡ ҡына яҡтырып китеүенә, был яҡтылыҡтан күҙем сағылыуына иғтибар иттем. Тәүҙә, берәй машина фары яҡтырталыр, тип уйланым, шунан ғына тәҙрәгә ҡарап, нимәнеңдер осоп үтеүен күреп ҡалдым. Фотоға төшөрөп өлгөрөп тә булманы.
Ул арала Баймаҡтан шылтыраталар:
– Глонасс-тың тағы бер спутнигы ҡолап төштө! Баймаҡтың өҫтөнән генә осоп үтте лә, Сибайға ҡоланы! Был мәғлүмәт өсөн ҡайҙан, кемдән аҡса алырға була – «Йәшлек»­тәнме, БСТ-нанмы?
Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә, берәй йыһан карабының, йә башҡа яһалма ер юлдашының көнө бөткәндер, тип уйлап ҡуйғайным. Тик ысынбарлыҡта Силәбе өлкәһендә метеорит төшкән булған. Был хаҡта тиҙҙән интернетта мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Бер ҙә Сибайға төшмәгән – арыраҡ, 400 саҡрым алыҫыраҡ осоп үткән.
Йыһан ҡунағынан силәбеләр байтаҡ ҡына зарар күргән. Әйткәндәй, быяласылар, пластик тәҙрә эшләүселәр үҙҙәренең продукцияһына хаҡты ҡырҡа арттырып та өлгөргән. Быныһына аптырарға түгел: метрола теракт булһа, мәскәү таксистары ҡыуана, метеорит төшһә, силәбе оҫталарына күктән бәхет төшкәндәй тойола.
Силәбе властары белдереүенсә, метеорит төшөүенән өлкә 1 млрд һумға яҡын зыян күргән. Тиҫтәләгән предприятие, учреждениеның тәҙрәләре ватылыуы, Силәбе цинк заводының бер корпусының түшәме ишелеп төшөүе – быларҙың барыһы ла метеорит төшкән саҡта булған шартлауҙың, дөрөҫөрәге, шартлау тулҡынының эҙемтәһе. Ме­теорит, әйтеүҙәренсә, ҙур булмаған – ергә бер килограмдай ғына боҙ һәм йыһан саңы тупланмаһы төшкән. Сыбаркүл боҙонда, тағы ла Силәбе ҡалаһының ситендә метеорит ярсығынан хасил булған соҡорҙар табылған әлегә. Водо­лаздар Сыбаркүл төбөн тикшереп сыҡһа ла, метеорит эҙҙәре табылмаған. Радиация фоны ла артмаған, шөкөр.

Илшат ҡАНСУРИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға