«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Телефондан һөйләшкәнсе…



05.02.2013 Телефондан һөйләшкәнсе…

Заманы шул – телефон тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Бер яҡтан, уңайлы ла, яҡындарыңды йыш күреп һөйләшеү мөмкинлеге булмаһа, һис юғында, телефон номерҙарын йыяһың. Ә инде оҙа-ааҡ һөйләшергә яратыусыға ҡыйыныраҡ, сөнки телефонда аҡсаһы бөтә лә ҡуя. Уға ла иҫе китмәгән “ләпелдәктәр” бар икән.
Бына Латвияла шундайҙарҙан дүртәү рекорд ҡуйған, имеш. Леонид Романов, Патрик Звайгзне, Кристап Шталс, Татьяна Федорова иң оҙаҡ һөйләшеүселәр булып киткән. Бер телефон операторы ярыш ойошторған да, донъя рекордсменын асыҡлаған. 54 сәғәт 4 минутҡа һуҙылған шул һөйләшеү. Шуныһы ҡыҙыҡ – конкурста биш меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Еңеүсегә 20 мең доллар әҙерләгән булғандар. Уны баяғы дүртәү бүлешеп алған.
Нимә генә уйлап сығармайҙар бөгөн. Ә телефондан оҙаҡ һөйләшеүҙең ҡолаҡҡа насар тәьҫир иткәнен беләләрме икән? Шылтыратыу һәйбәт, әммә күҙмә-күҙ осрашыу яҡшыраҡ…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға