«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Айыҡ йәндә өмөт бар



05.02.2013 Айыҡ йәндә өмөт бар

Ғүмерҙәр уралған йомғаҡты һүткәндә әҙәм балаһы үҙенә тәғәйен юлды үтә, маңлайына яҙылған яҙмышты үҙенсә кисерә, үҙенсә шатлана, үҙенсә ҡайғыра. Ғө­мүмән, һәр кем яҙмышына бүленгән арауыҡты үҙенсә йәшәй. Эйе, әҙәм балаһының тормошо шунан ғибәрәт: Хоҙай тарафынан күпме ғүмер бирелгән, уның яҙмышына нимәләр күрәсәге яҙылған – былар­ҙың барыһы ла юғары көстөң ҡөҙрәтендә. Әммә өлөшкә төшкән ғүмерҙе юҡ-барға тәләфләмәй тормош юлын матур үтеү, эшләгән изгелектәрең, яҡшылыҡтарың менән кешеләрҙең күңел дәфтәренә уйылып ҡалыу – һәр әҙәми заттың изге бурысы.
Хәҙерге ваҡытта тормошта ла, ауылда ла иң борсоғаны – эскелек. Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә алкоголь киҙеүе күптән эпидемияға әйләнгән, уның эҙемтәләре дәүләт, милләт именлегенә янай. Был тәңгәлдә айыҡ аң, эҙмә-эҙлекле сәйәсәт кенә заман сиренә ҡаршы көрәшә ала. Белгестәр алкоголде иң ҡурҡыныс наркотик тип атай. Бынан ҡотолоу юлдары ла төрлөсә: кемдер дауаханала ятып укол алып сыға, кемдер нарколог-психотерапевҡа мөрәжәғәт итә. Ләкин бөтәһе лә кешенең үҙенә бәйле.
Бынан ун йыл элек Ырымбур өлкәһенең Абдулла ҡасабаһына барып дауаланып ҡайтыусылар күбәйҙе. Ул турала матбуғатта яҙылды. Баймаҡ районының Төркмән ауылынан да бер төркөм кеше дауаланып ҡайтты. Улар араһында төрлө йәштәге, төрлө һөнәр кешеләре булды. Дауалау ысулы – ярты стакан «тылсымлы» шишмә һыуы. Мөғжизә тыуҙырыусы һыуҙы эсеп ҡайтҡас, күптәр эсеүен ташланы, тормошонда ла, эшендә лә яуаплылыҡ тойоп, тырышып донъя көтөп алып китте. Әммә тағы эскелеккә бирелеп, яҡты донъя менән хушлашыусылар ҙа булды.
«Йәшлек»тә лә (2006 йыл, N20) «Эскелек – хурлыҡ, айыҡлыҡ – ҙурлыҡ» тигән баш аҫтында Абдулла ҡасабаһына барыу тураһында мәҡәлә сыҡты. Шулай ҙа, эскелектең тамыры өҙөлдө, тип әйтеп булмай әле. Был афәткә ҡаршы активистар, ауыл советы, интеллигенция, полиция хеҙмәткәрҙәре әүҙем көрәш алып бара. Кешелек йөҙөңдө юғалтмай, бар нәмәнең ҡәҙерен белеп, айыҡ аҡыл, айыҡ аң менән йәшәү кешенең тик үҙенән генә тора. Алкоголь арыҫланды ла йыға, тигән мәҡәл бар.
Бәхетле йәшәү өсөн һаулығыңдың ныҡ булыуы шарт. Бирелгән ғүмерҙе теләһә нисек тәләфләмәй, эскелектән, насар ғәҙәттәрҙән арынып, матур йәшәүгә ни етә.
Ауылыбыҙҙа эсеп, тормошона, балаларына ҡул һелтәп йөрөүселәргә ҡарағанда, донъяһын бына тигән итеп алып барыусылар, тырышып эшләүселәр, күпләп мал-тыуар аҫрап, донъяларын биҙәп йәшәүселәр барыбер күберәк!

Роза РЫҪМӨХӘМӘТОВА.
Баймаҡ районы,
Төркмән ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға