«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Үс хаҡында...



05.02.2013 Үс хаҡында...

Бер көн уҡыусыһы йөрәктәге асыу хисен нисек тә үс алыуға тиклем еткермәйенсә генә үткәреп ебәреү хаҡында остазы менән һөйләште. Үҙе был аҙымға бик ынтылһа ла, әлегә дошмандарын ғәфү итә алмаясағы хаҡында әйтте.
– Минең дошманым бар, – тине ул, – уны ғәфү иткем килә, әммә йөрәгемдәге асыуҙы бер нисек тә бөтөрә алмайым.
– Һиңә ярҙам итәсәкмен, – ти уҡытыусыһы. Кәштәнән китек сәйнүкте алып, уға тоттора ла:
– Бына ошо сәйнүк менән, дошманыңды ни эшләткең килә, шулай эшлә.
Уҡыусыһы сәйнүкте ала ла, нимә эшләргә белмәй, уға бик оҙаҡ ҡарап тора. Шул саҡ аҡыл эйәһе:
– Иҫке сәйнүк ул кеше түгел, ә бер ябай ғына нәмә, ҡурҡма, дошманың менән ни эшләгең килһә, сәйнүк менән дә шулай эшлә, – ти.
Ир сәйнүкте баш осона күтәреп, бөтә көсөнә иҙәнгә бәрә. Ул селпәрәмә килеп, ваҡ киҫәктәргә таралып оса.
Уҡытыусы ошо ярсыҡтарға ҡарап тора ла:
– Нимә килеп сыҡҡанын күрҙеңме? – ти. – Сәйнүкте ватып, унан ҡотолманың, ә тик ваҡ киҫәктәргә генә әйләндерҙең, улар­ҙан һин, йә тирә-яҡтағылар йәрәхәтләнергә мөмкин. Шуның өсөн йөрәгеңдәге асыуҙы бөтөрә алмағанда һәр ваҡыт ошо ярсыҡтарҙы хәтерлә. Мөмкин булһа, улар­ҙы булдырмаҫҡа тырыш.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға