«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Февраль



01.02.2013 Февраль

Февраль
8 – Рәсәй фәне көнө.
10 – Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө.
– Аэрофлот көнө.
14 – Бөтә донъя ғашиҡтар көнө.
15 – Яугир-интернационалистар­ҙы иҫкә алыу көнө.
21 – Халыҡ-ара туған тел көнө.
23 – Ватанды һаҡлаусылар көнө.
25 – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө.

1 – журналист, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәрит ВАХИТОВҡА – 80 йәш (1933).
– Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир САЛАУАТОВҡА – 65 йәш (1948).
3 – РСФСР-ҙың һәм Башҡортостан­дың халыҡ артисы Ғәлимйән ҡАРАМЫШЕВТЫҢ тыуыуына – 110 йыл (1903 – 1977).
4 – СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әхмәт ЛОТФУЛЛИНДЫҢ тыуы­уы­на – 85 йыл (1928 – 2007).
5 – нефтсе-геолог, башҡорттарҙан бе­ренсе геология-минералогия фәндәре докторы, профессор ҡадир ТИ­МЕРҒАЗИНДЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1913 –1963).
– Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар НӘЖМИҘЕҢ тыуыуына – 95 йыл (1918 – 1999).
7 – фольклорсы, ғалим, яҙыусы Берйән БАЙЫМОВТЫҢ тыуыуына – 65 йыл (1948 – 2004).
– башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, сәйәси эшмәкәр, табип һәм тел белгесе Мөхәмәтхан ҡУЛАЕВТЫҢ тыуыуына – 140 йыл (1873 – 1959).
12 – яҙыусы Иван СОТНИКОВТЫҢ тыуыуына – 105 йыл (1908 – 1988).
13 – яҙыусы Юрий АНДРИАНОВТЫҢ тыуыуына – 60 йыл (1953 – 2007).
13 – РСФСР-ҙың халыҡ артисы, атаҡлы йырсы Федор ШАЛЯПИНДЫҢ тыуыуына – 140 йыл (1873 – 1938).
15 – Башҡортостандың атҡаҙанған геологы, СССР Дәүләт, Урал Тау премиялары лауреаты, геология-минералогия фәндәре кандидаты Басир МӘҺӘҘИЕВҡА – 80 йәш (1933).
18 – яҙыусы Әмир ГӘРӘЕВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл (1928 – 2008).
23 – Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Әнғәм АТНАБАЕВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл (1928 – 1999).
27 – РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, мәшһүр артист, талантлы режиссер Булат ИМАШЕВТЫҢ тыуыуына – 105 йыл (1908 – 1946).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға