«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Телеңде йоторлоҡ



29.01.2013 Телеңде йоторлоҡ

Хөрмәтле хужабикәләр! „Телеңде йоторлоҡ” рубрикаһына үҙегеҙ яратып әҙерләгән ризыҡтарығыҙҙың рецептарын көтәбеҙ. Уларҙы фотолар менән ебәрһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы. Иң оҫта хужабикәләр­ҙе бүләктәр көтә.

Манный ярмаһынан ҡоймаҡ

Мин ҡоймаҡ иҙмәһен манный ярмаһы ҡушып әҙерләйем. Бик тәмле килеп сыға.
Иҙмәгә бер стакан он, бер стакан манный ярмаһы, ике стакан һөт, бер аҙ һыу, бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, тоҙ, ике йомортҡа алына.
Он, манный ярмаһы, бер ҡалаҡ шәкәр, сүпрә бутап, иҙмәне дүрт сәғәткә әсетергә ҡуйырға. Ул әҙер булғас, ике стакан һөттө ҡайнатып сығарып, бер аҙ һыуына биргәс, ҡамырға яйлап-яйлап ҡойоп болғарға. Ике йомортҡаны айырым һауытта яҡшылап туғып, иҙмәгә һалырға. ҡамырға көнбағыш майы, тоҙ, сода, бер аҙ он һалып, 15 – 20 минут ҡабартырға. Ауыҙҙа иреп кенә торған, ҡабарып бешкән бик тәмле ҡоймаҡ килеп сыға.


Бәлеш

Бәлешкә эслекте алманы ҡырып йәиһә баландан әҙерләргә була. Мин түбәндә тәҡдим итәсәк рецептан ике таба бәлеш килеп сыға.
ҡамыр өсөн ике стакан йылы һыу, бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә, 10 ҡа­лаҡ көнбағыш майы, тоҙ алы­на.
Ондо самалап ҡына һалып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға ла, 40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйырға. Уны дүрт өлөшкә бүлеп, ике табаға бәлештәр яһап, ҡыҙған мейестә 45 – 50 минут бешереп алырға.

Кекс

Кекс өсөн 250 г май, 300 г шәкәр, ваҡланған әстерхан сәтләүеге, 5 йо­морт­ҡа, бер балғалаҡ сода алына.
Йомортҡаға шәкәр һалып, күперткәнсе туғып, был массаға, сода, ваҡланған сәтләүек, йомшартылған май һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр әҙерләргә һәм майланған форма­лар­ға ҡойоп, ҡыҙған мейестә бешереп алырға. Сәтләүек урынына йөҙөм һалһағыҙ ҙа була.

Миңлегөл АБДУЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға