«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Егерме эт һәм дүрт бесәй… бер фатирҙа



29.01.2013 Егерме эт һәм дүрт бесәй… бер фатирҙа

Сәйер кешеләр күп инде ул. Мәҫәлән, “дүрт аяҡлы” дуҫтарға мөхәббәт тирәләй ҙә ошо сәйерлек айырым-асыҡ күренә. Өфөнөң Свердлов урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр күршеһенең фатирынан килгән еҫкә һәм эт олоуына гелән зарланған. Хужабикә уларҙы йәшәгән еренә яҡын да ебәрмәгән. Аптырағас, тегеләре уны судҡа биргән.
Һәм, ниһайәт, суд приставтары, полицияны, газ хеҙмәткәрҙәрен, ветеринарҙарҙы эйәртеп, баяғы “хәйерһеҙ” урынға килә. Алай итеп, былай итеп, фатирға инеүгә шаҡ ҡаталар. Бысраҡ, сүп-сар, һаҫыҡ… Етмәһә, өҫтәренә ике тиҫтәләп эт ташлана. “ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” вәкилдәре саҡ хайуандарҙы тотоуға ирешә. Барлығы 20 эт һәм дүрт бесәй махсус приютҡа ебәрелә. Хужабикәгә ҡарата газ приборҙарын тотоноу, йорт хайуандарын аҫрау ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле акт төҙөлә.

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға