«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Сочи – 2014-кә билет – мең һумдан 40 мең һумғаса



25.01.2013 Сочи – 2014-кә билет – мең һумдан 40 мең һумғаса

Сочи – 2014-кә билет – мең һумдан 40 мең һумғаса
“Известия” гәзитенә алда беҙҙе көтәсәк ғәләмәт ҙур сара – Сочиҙа 2014 йылда үтәсәк Олимпиадаға билеттар хаҡы тураһында мәғлүмәт килеп эләккән.
Иң ҡиммәт билет 40 мең һумға торош итә. Уны ир-егеттәр араһында хоккей буйынса “алтын”ға уйнағандарын ҡарау­ға инер өсөн тәҡдим итмәкселәр. Бик шәп урындыр инде ул. Ғөмүмән, ул матчҡа билеттың иң арзаны ете мең һум буласаҡ, имеш. Бронза миҙалға дәғүәселәр уйынына билетты 4 – 23 мең һум итерҙәр, моғайын. ҡыйбат ярыштар рәтенә фигуралы шыуыу ҙа инә, уға билеттар − 1,5 – 23 мең һум. Арзан билеттарҙы сана, бобслей, саңғы буйынса ике алышты ҡарауға алырға мөмкин. Иң арзан билет – мең һумлыҡ.
Рәсәй уйындарының теүәл генә билет хаҡы февраль башында иғлан ителәсәк.

“Рәсәй тауышы”
радиостанцияһы сайтынан
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға