«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бәйге йәш сәсәндәрҙе көтә



22.01.2013 Бәйге йәш сәсәндәрҙе көтә

Республикабыҙ ҡала-райондарында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсының беренсе этабына әҙерлек бара. Сара февралдә старт аласаҡ.
Быйыл ун бишенсе тапҡыр үткәрелгән бәйгенең ойоштороусылары булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡар­ма комитеты һәм Башҡортос­тандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты менән берлектә БР Мәғариф министрлығы сығыш яһай.
ҡобайыр башҡарыусылар, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, шулай уҡ башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлап ҡалыу һәм таратыу ижади бәйгенең төп маҡсаты булып тора. Йола буйынса конкурста беҙҙәге белем биреү учреждениеларынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡорт мәктәптәренән уҡыусылар һәм фольклор коллективтары ҡатнаша. Беренсе этап 20 майға тиклем дауам итә. Район (ҡала) этабында еңеү яулаған йәш сәсәндәр июндә үтәсәк республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға