«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Үҙеңдең кемлегеңде беләһеңме?



22.01.2013 Үҙеңдең кемлегеңде беләһеңме?

Америка журналисы Кеннеди аэропортында кешеләрҙән «Ер йөҙөндә иң насары нимә?» тигән темаға һорау алған. Кешеләр төрлө яуаптар әйткән: кемдер – һуғыш, кемдер – хәйерселек, берәүҙәре хыянат һәм ауырыу, тигән. Тап шул ваҡытта унда ниндәйҙер милли кейемдәге бер аҡһаҡал да булған. Журналист уның өҫ-башына ғәжәпләнеп ҡараған һәм уға ла ошо уҡ һорауын биргән. Ә аҡыл эйәһе үҙе хәбәрсегә шундай һорау биргән:
– Һеҙ кем?
– Мин Нурлыбай Йосо­пов, – тигән хәбәрсе.
– Юҡ, был исем, һин үҙең кем? – ти аҡһаҡал.
– Мин бер компанияның телерепортеры.
– Юҡ. Был профессия, үҙең кем?
– Мин кеше, кеше! – тип, йәне көйөп, дорфа яуап биргән хәбәрсе.
– Юҡ, был һинең тышҡы күренешең, ә бына мотлаҡ һин үҙең кем, тип һорайым, – тип һаман ныҡышҡан ҡарт.
Ниһайәт, репортер ҡарттың ни хаҡында һорауын аңлап, ауыҙын асып, шаңҡып ҡала. Сөнки ул бер нәмә лә әйтә алмай. Шул саҡ ҡарт:
– Тап бына үҙеңдең кем икәнлегеңде белмәү – Ер йөҙөндәге иң насар нәмә, – ти ҙә үҙ юлын дауам итә. Ә хәбәрсе баҫҡан урынында бик оҙаҡ ҡатып, аңына килә алмай торған.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға