«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Башҡорт хазинаһын сәсә “Сәсмәүер”



18.01.2013 Башҡорт хазинаһын сәсә “Сәсмәүер”

Башҡорт хазинаһын сәсә “Сәсмәүер”
Әбйәлил районы Амангилде ауылынан оло инәйҙәр онотолған йолаларҙы тергеҙеүгә көс һала
Әбйәлил районы халҡы йыр-моңға бай, башҡорт йолаларын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уларҙы яңынан тергеҙеүгә күп көс һалыусы халыҡ булып та танылған. Әбйәлилдәр теттерә лә, әйттерә лә, төрттөрә лә. Был һүҙҙәрҙе Амангилде ауылының “Сәсмәүер” халыҡ фольклор ансамбленә төбәп әйтергә була. Уларҙы бит хатта донъяла танылыу алған “Буран әбейҙәре” менән тиңләүселәр табыла.
2000 йылда ололар көнөнә арналған байрамға әҙерләнгәндә, Амангилде ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Зифа Ғизетдин ҡыҙы ҡужәхмәтова, оло инәйҙәрҙе йыйып, фольклор ансамбле төҙөй. Мөнирә Фәттәхова, Ләлә Ғүмәрова, танылған сәсәниә Хәнифә Әбүбәкирова инициаторҙары була. Коллективҡа ауылдаштар араһынан ҡатындар, уҡытыусылар ылыҡтырыла. Әлеге составта – Айһылыу Бүләкбаева, Зөләйха Баймырҙина, Зилә Ғәлимова, Зөһрә Ниғмәтуллина, Разия Ғиззәтова, Миңзәлә Юлмөхәмәтова, Фәүҡинур Сафина, музыка ҡоралдарында уйнаусы Дәүләт ҡадиров һәм йәш фольклорсы Юлиә Булатова. “Тәүге сығышыбыҙҙа беҙ “Кис ултырыу” йолаһын сәхнәләштерҙек. Йолаларҙың барыһы ла үҙебеҙҙең ерлектән: “Кәкүк сәйе”, “Һалдат оҙатыу”, “Бала һатып алыу”, “ҡот ҡойоу”, “ҡарға бутҡаһы”, “Кейеҙ баҫыу”, “ҡарт ҡуйынында ҡалас бар”. Уларҙың ҡайһылары Ләлә, Мөнирә, Хәнифә апайҙар иҫләгәндәргә нигеҙләнеп сәхнәгә сығарылды. Йолаларҙың күбеһен Әминә Зәйнуллинанан өйрәндек. Хәҙер ул мәрхүмә инде”, − ти ансамблдең етәксеһе.
2009 йылға тиклем төркөм Амангилде ауылы фольклор ансамбле булып ҡына йөрөй, исеме булмай. “Баймаҡ ҡалаһына таҡмаҡ бәйгеһенә юлланғанда инәйҙәр Баймаҡтың насар юлдарына төрттөрөп таҡмаҡтар сығарып барҙы. Ниндәй генә юлға сыҡһаҡ та шулай: билдәле йырҙарҙың һүҙҙәре үҙгәртеп йырланыла, яңынан-яңы таҡмаҡтар тыуа, боронғо мажаралар иҫкә төшә − юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәй. Шулай һәр ерҙә таҡмаҡ сәсеп йөрөүебеҙгә ҡарап, мин “Сәсмәүер” исемен тәҡдим иттем. Бөтәһе лә хупланы”, − ти Зифа ҡужәхмәтова.
Районда үткәрелгән һабантуйҙарҙа, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнаша “Сәсмәүер”ҙәр. Иң мәртәбәлеләре – “Аҡ кейеҙгә баҫһам” семинары, “Салауат йыйыны – 2010”. Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған “Ашҡаҙар таңдары” республика фольклор фестивалендә 2006 йылда − 2-се урын, 2011 йылда гран-при яулап ҡайталар.
Ике тапҡыр федераль һабантуйҙа ҡатнашырға ла өлгөрәләр – инәйҙәр Рәсәйҙең Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларын күреп ҡайта. Оло йәшкә еткәндәрҙән кемгә улай ер-һыу күреп ҡайтыу бәхете тейә... Санкт-Петербургта, мәҫәлән, ватандаштар, яҡташтар килеп, ихлас күңел менән аралаш­ҡан. Милли ризыҡтарыбыҙҙы белмәгән башҡорттарға ыҫланған ҡорот, ҡаҡланған ҡаҙ, талҡан, ҡымыҙ, буҙанан ауыҙ иттереп, милли ризыҡ әҙерләү серҙәрен өйрәтеп, таҡмаҡ-йырҙары, бейеүҙәре менән күңелдәрендә башҡорт рухын уята Әбйәлил инәйҙәре.
“Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Һатыбал улы Сыңғыҙовҡа рәхмәтлебеҙ. Ул алыҫ юлға сығырға тура килгәндә лә беҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, бүләктәре менән дәртләндереп тора. Ансамблгә сағыу, зиннәтле милли күлдәктәр тектереп бирҙе”, – тип оло рәхмәтен белдерә төркөм етәксеһе.
Ансамблдең артабанғы маҡсаты ҙур һәм изге. Ул – онотолған йолаларҙы эҙләү, күптән онотолған башҡорт хазиналарын сәхнәгә сығарыу, балаларҙы ла ылыҡтырыу. Сөнки йәш быуын үҙ халҡының хазинаһын белеп үҫергә тейеш. Күптән түгел, инәйҙәрҙең эшмәкәрлеген баһалап, төркөмгә халыҡ ансамбле исемен бирҙеләр. “Был беҙгә сәмләнеп эшләргә тағы ла бер этәргес көс булыр, тип уйлайым. Коллектив менән йыш ҡына йома сәйенә йыйылабыҙ, ҡул эштәре менән булабыҙ, шунда уҡ яңы идеялар килеп тыуа. Уларҙы халыҡтың күңеленә уйылып инерлек итеп сәхнәләштерергә ҡала”, − ти Зифа ҡужәхмәтова.
“Сәсмәүер” ансамбленең сығышын тамашасылар һәр ерҙә ҡайнар алҡыштарға күмеп оҙата. Сөнки уларҙың таҡмаҡтарында, еткергән һүҙҙәрендә сәсәндәрҙә була торған хаҡлыҡ та, зирәклек тә, әсе тел дә сағыла.

Айгөл ҡУЖӘХМӘТОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға