«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



18.01.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Аптыратты...
АҡШ Президенты Барак Обама, Америка халҡының төп азатлыҡтарының береһе – ҡорал һатып алыу һәм йөрөтөүҙе тыйырға тәҡдим итә.
Шул рәүешле ул вәхшиҙәрсә ҡыланыштарҙы кәметергә теләй. Һуңғы айҙа ғына Америкала 900 кеше атыу ҡоралынан вафат булған. Президенттың был ҡарары менән күптәр риза түгел икән. АҡШ-тың Милли ҡорал берләшмәһе иһә һәр уҡытыусыға һәм мәктәп һаҡсыһына ҡорал бирергә тәҡдим итә. Был фекер менән Президент килешмәй.
Барак Обама, халыҡ ярҙам итмәһә, ҡоралды өнһөҙ ҡалдырып булмаясаҡ, тигән. Федераль үҙәк инициатива күрһәтһә лә, ҡоралды контролдә тотоу урындарҙа хәл ителә. “Бер нисә енәйәт булды тип, хоҡуҡтарыбыҙҙан баш тартырға йыйынмайбыҙ”, – ти халыҡ.

ҡыуандырҙы...
Етем балалар проблемаһы менән айырым федераль агентлыҡ шөғөлләнәсәк, тип хәбәр итте РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса уполномоченный Павел Астахов.
Агентлыҡ яҡын арала ойоштороласаҡ һәм РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағында буласаҡ. Шулай уҡ Дәүләт Думаһына уллыҡҡа алыу процедураһын еңеләйтеү тәҡдиме индерелгән. Бынан тыш, профиль министрлыҡтарына 1 февралгә тиклем инвалид балаларға пенсияны арттырыу, етем йә инвалид баланы уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам тураһында проект әҙерләргә ҡушылған.

Уйға һалды...
Франция Президенты Франсуа Олланд һайлау алдынан бер енесле никахтарҙы законлаштырыу, уларға уллыҡҡа бала алырға рөхсәт итеү тураһында законға ҡул ҡуйырға һәм ошо һорауға бәйле милли референдум үткәрмәҫкә вәғәҙә биргәйне.
Ошо аҙнала ул парламентарийҙар алдында сығыш яһағанда: “Француздарға әйткән һүҙемде тотасаҡмын”, – тигән. Ил башлығының тәҡдименең киләсәге парламентарийҙар ҡулында.
Әлеге мәлдә Парижда бер енесле никахты законлаштырыуға ҡаршы протест акциялары бара. Уларҙа меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. “Уң” оппозиция һәм католик сиркәү ҙә был закон проектын хупламауы хаҡында асыҡтан-асыҡ белдергән.

һоҡландырҙы...
Һуңғы 17 йыл эсендә Рәсәйҙән тәүге тапҡыр йыһанға ҡатын-ҡыҙ осасаҡ.
2014 йылдың октябрендә халыҡ-ара космик станцияға Елена Серова яҡташы Александр Самоку­тяев һәм американ Барри Уилмор менән юлланасаҡ. Һуңғараҡ уларға Александр Скворцов, Олег Артемьев, американ Стивен Суонсон ҡушыласаҡ. Улар йыһанда уникаль биотехнологик һәм геофизик тәжрибәләр үткәрәсәк. Елена йыһангир­ҙар отрядына 2006 йылда эләккән һәм шул осорҙан алып осоуға әҙерләнә.
Ватан космонавтика тарихында орбитала өс гүзәл затыбыҙ булды – Валентина Терешкова, Светлана Савицкая һәм Елена Кондакова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға