«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Эт этме, әллә кеше этме?



18.01.2013 Эт этме, әллә кеше этме?

Кисә юлда, ҡунаҡбай менән Илтабан ауылдары араһында, бер этте тап иттек: ул һәр машинаға өмөтләнеп, муйынын һоноп ҡарай, саҡ ҡына тәгәрмәс аҫтына эләкмәй ҡала инде. Туҡтаныҡ, аҡ икмәкте һындырып уны саҡырғайным, уңайһыҙланып та, һағайып та яйлап ҡына яныма килде. Башын бер былай, бер тегеләй һалып, иғтибар менән мөлдөрәп миңә ҡараны, нимәлер өмөт итеп ҡарағандай тойолдо. Һәм тәртипле генә ҡаласты ялмап ҡуйҙы. Эсе эскә йәбешкән, һөйәктәре сурайып торған, ябыҡ булһа ла, кәүҙәле генә эт мастиф тоҡомонан ине, буғай. Бик аҡыллы, тәртипле икәне күренеп тора. Муйынында иҫкергән ҡиммәтле күн муйынса (күп тимере төшөп бөткән, берәү генә тороп ҡалған). Был этте ҡартайғанға урамға сығарып быраҡтырғандарҙыр, сөнки ҡарамаҡҡа яҡынса 10 – 12 йәш ине, тимәк, кеше йәшенә әйләндерһәк, 75 йәшлек ҡарт...
Рексҡа тип, банкаға һалып алған йылы ашты полиэтилен тоҡсайға һалып ашаттым. Ярты ҡаласты ла ашатҡас, машина эсенә әүрәтеп саҡырып ҡарағайным, килмәне, киреһенсә, алыҫҡараҡ китте... Ул шунда юлда тороп ҡалды. Бөгөн кире ҡалаға ҡайтышлай мастиф күренмәне, күҙгә салынманы (йәлләнем инде уны, йөрәгем ауыртып китте).
Кем этте шулай бәғерһеҙ рәүештә юлға сығарып ташланы икән? Уны тормоштарынан алып урамға бәргәндәр, ә ул, һаман хужаһына тоғролоҡ һаҡлап, кемделер көтә, эҙләй. Эхх-х...
Фаина Раневскаяның бер хәтирәһе шулай йөрәкте өткәйне: «Несчастной я стала в 6 лет. Гувернантка повела в приезжий «Зверинец». В маленькой комнате в клетке сидела худая лисица с человечьими глазами, рядом на столе стояло корыто, в нем плавали два крошечных дельфина, вошли пьяные шумные оборванцы и стали тыкать палкой в дельфиний глаз, из которого брызнула кровь... Сейчас мне 76 лет. Все 70 лет я этим мучаюсь"...
(Баныу ҡАһАРМАНОВАНЫҢ блогынан (blog.ye02.ru/banu).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға