«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Финанс пирамидалары төҙөүселәр төрмәгә эләкте



18.01.2013 Финанс пирамидалары төҙөүселәр төрмәгә эләкте

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың кешеләрҙе алдаусылар язаһыҙ ҡалмаясағы хаҡында күп тапҡыр әйткәне булды. Алданған “өлөшсөләр” тураһында ла йыш ишетәбеҙ. Беҙҙең баҫмала ла, финанс пирамидалары, ышанысһыҙ кредит ойошмалары ауына эләкмәгеҙ, тип йыш ҡына иҫкәртеп, мәҡәләләр сығып торһа ла, күрәһең, кеше тиҙерәк аҡсалы булыу хаҡында уйын һаман ташламай.
Бына ошо көндәрҙә Башҡортостан халҡын 360 миллион һумға төп башына ултыртҡан пирамида “башлыҡтары”нан икәүһе хөкөм ителде. Өфөнөң ике кредит кооперативы хужалары улар. Ике меңгә яҡын клиентын – аҡса һалыу­сыларҙы алдағандар.
Енәйәт эше буйынса һүҙ йөрөткәндә, “Уфа-кредит” һәм ”Уфа-кредит плюс” башлыҡтары Анатолий Полухин менән Нина Смольникова 2002 йылдың февраленән 2007 йылдың октябренәсә киң мәғлүмәт сараларында халыҡҡа, һаҡлауға юғары процентҡа аҡса һалыу тураһында килешеү төҙөйбөҙ, тип иғландар бирә. Ә үҙҙәренең иҫәбендә иһә аҡса булмай, проценттар яңы йәлеп ителгән граждандар аҡсаһына түләнә. Һөҙөмтәлә 2068 кеше алдана. Өфөнөң Совет районы суды тарафынан Анатолий Полухин − алты йыл да ике айға, Нина Смольникова дүрт йыл да һигеҙ айға хөкөм ителде.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға