«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уңыштар теләйек!



15.01.2013 Уңыштар теләйек!

Быйыл Башҡортостандың йыйылма командаһы беренсе тапҡыр XXIV халыҡ-ара “Кивин” КВН командалары фестивалендә ҡатнашасаҡ. Ул Сочиҙа 16 – 27 ғинуарҙа уҙасаҡ.
Бер нисә көн элек кенә барлыҡҡа килгән команда әлеге мәлдә уйынға дәррәү әҙерләнә. Команданың художество етәксеһе Денис Недопёкин әйтеүенсә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Учалы һәм Белореттан ун бишләгән КВН-сы һайлап алынған.
– Фестивалдә алты йөҙгә яҡын команда ҡатнашырға теләк белдергән. 16 ғинуарҙа йәрәбә буласаҡ, шунан һуң уйындар башланасаҡ. Командабыҙҙа чемпиондар ҙа, өмөтлө йәштәр ҙә бар. Теләгебеҙ – үҙәк лигаға эләгеү. Уныһын ваҡыт күрһәтер, ә әлегә беҙгә уңыштар теләгеҙ, – тине Денис.
Башҡортостан КВН-сылары халыҡ-ара майҙанда үҙ урынын табырмы-юҡмы, уныһын ғинуар аҙағында белербеҙ. Сочиҙан яҡшы хәбәрҙәр көтәйек!

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға