«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Шыршыға тулды баш ҡала



25.12.2012 Шыршыға тулды баш ҡала

Шыршыға тулды баш ҡала
Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы быйылғы Яңы йыл байрамы өсөн 200 мең тирәһе шыршыны һатыуға әҙерләгән. Уларҙың күпселеге тап Өфө халҡына һатыласаҡ. Рес­пуб­лика халҡын шыршы менән Белорет, Туймазы, Йылайыр урмансылыҡтары тәьмин итә. Урман предприятиелары шыршыға хаҡты үҙҙәре ҡуйырға хаҡлы. Шулай ҙа министрлыҡ уртаса ҙурлыҡтағы шыршы ағасын – 250, ҡарағайҙы – 210, пихтаны 300 һумға һатырға тәҡдим итә.
Тәҡдим закон түгел. Шуға ла Өфөлә төрлө урындарҙа һатылған шыршыларҙың хаҡы үрҙә билдәләнгәндән ҡиммәтерәк. Ҙурыраҡ ағас­тарҙың хаҡы 600 һумға тиклем барып етә. Уртасалары 400 һум тирәһе. Һатыусылар хаҡты төшөрөргә йыйынмай. Әле байрамға тиклем ваҡыт бар. Шыршылар аҙна һайын ойошторолған ит йәрминкәләрендә лә һатыласаҡ.
Шулай, дуҫтар, Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Һәр бер хужабикә табын­ға ҡуясаҡ аҙыҡ-түлекте лә хәстәрләй башланы инде. Бөгөн һеҙҙе ошо көндәрҙә Өфөнөң Үҙәк баҙарында бер килограмм аҙыҡ-түлеккә ҡарата хаҡтар менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Алма 45 – 90
Әфлисун 52 – 75
Мандарин 55 – 80
ҡыяр 100 – 110
Помидор 90 – 120
Груша 75 – 85
Банан 45 – 60
Бер ананас 100 – 180
Гранат 100 – 130
Лимон 70 – 85
Хөрмә 80 – 110
Киви 70 – 85
Кишер 20 – 23
Картуф 15 – 25
Һуған 17 – 23
Кәбеҫтә 15 – 18
Татлы борос 180 – 200
Һыйыр ите 270 – 320
Тауыҡ ите 90 – 130
ҡаҙ ите 270 – 300
Күркә ите 280 – 300
10 дана йомортҡа 35 – 80
Дөгө ярмаһы 38 – 41
ҡарабойҙай ярмаһы 35 – 45

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға