«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Еңеүҙән – еңеүгә



04.12.2012 Еңеүҙән – еңеүгә

Еңеүҙән – еңеүгә
1-се Өфө педагогия колледжы студенттарының төрлө педагогик оҫталыҡ конкурстарында ҡатнашыуы матур йолаға әйләнгән. Бындай конкурстар уҡытыусы һөнәренең социаль әһәмиәтен күтәреүгә, студенттарҙың профессиональ компетенцияһын асыҡлауға, шулай уҡ әүҙем, һәләтле студенттарҙы барлауға булышлыҡ итә.
2011 – 2012 уҡыу йылында колледж студенттары Айһылыу Кәримова менән Гөлназ Ишморатова студенттарҙың «Матурлыҡ һәм изгелек хаҡында дәрес-фекер алышыу» IV халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, 1-се һәм 2-се урындарҙы яуланы. Колледж директоры Рәфҡәт Үмәрғәлин тарафынан студенттарға конкурсҡа әҙерләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған.
12 – 15 ноябрҙә педагогия колледжы студенттары араһында йәнә бер конкурс үтте. Уны Пермь крайы Мәғариф министрлығы һәм Директорҙар советы ойошторҙо. Конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 24 уҡыу йорто ҡатнашты. 1-се Өфө педагогия колледжы исеменән өс студент: Аксиния Муллаҡаева, Алена Лаптева, Нина Ямшанова сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, беҙҙең студенттар педагогиканан ғына түгел, һәр яҡлап һәләтле, йырлай ҙа, шиғырҙар ҙа ижад итә, музыка ҡоралдарында ла уйнай. Аксиния Муллаҡаеваның «Төньяҡ амур­ҙары» тигән темаға үткәргән кластан тыш сараһы жюри ағзаларында һәм конкурста ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Алена Лаптеваның мәсьәләне хәл итеүгә үҙенсәлекле юл таба белеүе, Нина Ямшанованың ижади эҙләнеүҙәре юғары баһаланды. Беҙҙең студенттар был конкурста юғары һөҙөмтәләргә өлгәште: Аксиния Муллаҡаева – 1-се, Алена Лаптева 3-сө урынға лайыҡ булды, ә Нина Ямшанова Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Ф. МӨХӘМӘТВӘҒИЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға