«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хәлдең тотороҡло булыуы тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай



27.11.2012 Хәлдең тотороҡло булыуы тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай

Дини экстремизм дәүләттең тотороҡлоғон ғына ҡаҡшатып ҡалмай, ул был ауға йәш быуынды йәлеп итеүе менән дә хәүеф тыуҙыра. Йәштәр араһында был хәлде иҫкәртеү өсөн нимә эшләргә? Улар менән нисек уртаҡ тел табырға?
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторған „Экстремизмды профилактикалау һәм йәштәр мөхитендә толерантлыҡ идеяларын пропагандалау” темаһына арналған республика форумында төрлө конфессия, милли-мәҙәни берекмәләр, балалар ойошмалары, дәүләт власы органдары вәкилдәре ошо һорауҙарға яуап эҙләне, диндең роле, профилактиканың һөҙөмтәле алымдары тураһында фекер алышты.
Илдең, уның халҡының именлеге хәүеф аҫтына ҡуйылғанда бөгөнгө йәмғиәттә экстремизм күренештәренә юл ҡуймау үтә лә актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала. БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт, конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйын­са совет етәксеһе Вячеслав Пятков үҙенең сығышында йәштәр­ҙең ят диндәр йоғонтоһона бирелеүенең бер нисә юлы тураһында һөйләне. „Барлыҡ диндәр өсөн дә асыҡ Рәсәйгә сит диндәрҙе Кавказ һәм хажға йөрөүселәр килтерҙе. Диниә назараттарының йүнәлтмәләренән тыш, төрлө илдәрҙәге дини уҡыу йорттарына ебәрелгән студенттар ҙа Уралға хас булмаған дини тәғлимәтте индереүгә булышлыҡ итте. 80-се йылдарҙа Рәсәйҙән биш кешегә генә хажға барыу мөмкинлеге бирелһә, быйыл ғына был илгә 25 мең кеше ғибәҙәт ҡылырға барған. Хажиҙар тарафынан ислам ҡанундарына ят булған әҙәбиәттең индерелеүе кире һөҙөмтәләргә килтерҙе”, − тип билдәләне ул, был ағымдың илебеҙгә килеп инеү юлдарын асыҡлап.
Татарстанда быйыл йәй булып үткән ваҡиғалар ҙа дәүләттең экстремизмға ҡаршы көрәштә уяулыҡ талап итеүен күрһәтте. Күрә алмаусылыҡ, дошманлыҡ идеяларын алға һөргән дини ағымдар тоҙағына ололар ғына түгел, тәү сиратта йәштәр эләгә. „Бөгөн дәүләткә ҡаршы лозунгылар менән сығыш яһайҙар икән, быға һис кенә лә юл ҡуйырға ярамай. Беҙ йәштәрҙе дин тотҡанға, дин тотмағанға бүлмәйбеҙ. Әйҙә, мәсеттәргә, сиркәүҙәргә йөрөп, үҙҙәренең ихтыяжын үтәһендәр, әммә татыу­лыҡты алға һөргән диндәргә ҡаршы сыҡҡан ят ағымдарға эйәрмәһендәр. Был мәсьәлә бер нисә конфессия, 160 милләт вәкиле йәшәгән Башҡортостан өсөн үтә лә көнүҙәк. Экстремизм айырыуса мосолман халҡының 95 проценты йәшәгән ауыл ере өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра”, – тип белдерҙе, йәмғиәттәге был ҡатмарлы күренештең асылын аңлатып, В. Пятков. Республикала тиҫтәләгән уҡыу йорто булып та, райондарҙағы мәсеттәрҙә махсус дини белемле имамдарҙың булмауы ла үҙе бер проблема. Бөгөн дингә һәр кем үҙ юлы менән килә. Йыл һайын республикала 50 мәсет төҙөлгәнде иҫәпкә алғанда ла, ҡайҙа намаҙ уҡырға, тигән һорау тормай. Кешенең рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн бөтөн мөмкинлектәр ҙә бар. Иң мөһиме, йәштәр ҡараны аҡтан айыра белһен, аңдары буталып, ят диндәргә эйәрмәһен, тигән фекерҙе еткерҙе ул. БР буйынса Эске эштәр министрлығының экстремизмға ҡаршы көрәш буйынса үҙәге етәксеһе урынбаҫары Салауат Асҡа­ровтың һүҙҙәренсә, ҡатмарлы структураларҙан торған радикаль ойошмаларҙың маҡсаты − үҙ идеологияларын тәү сиратта йәштәр араһында таратыу. Эксперттар фекеренсә, уларҙың сафына инеүселәрҙең 80 проценты – йәштәр. Һуңғы йылдарҙа экстремизмға бәйле енәйәттәр һаны 50 процентҡа артҡан. Йәштәр, мәғариф ойошмаларының профилактика йәһәтенән һөҙөмтәле һәм эҙмә-эҙлекле эшләүен танырға кәрәк, Башҡортостанда хәл әлегә тотороҡло ҡала. Идаралыҡ хеҙмәткәре йәштәр ойошмалары етәкселәрен үҙҙәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назаратының баш мөфтөйө шәйех-ул-ислам Тәлғәт Тажетдин, бөгөн йәмғиәткә ҡурҡыныс янаған был күренештән иҫкәртеү саралары менән генә ҡотолоп булмай, йәштәргә экстремизмдың беҙҙең дәүләткә ҡаршы йүнәлтелгән һуғыш икәнен аңлатыу зарур, исламда яуызлыҡҡа, кеше үлтереүгә урын юҡ, тине.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға