«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Әшә ҡоролтайы эшенә йомғаҡ яһаны



27.11.2012 Әшә ҡоролтайы эшенә йомғаҡ яһаны

Силәбе өлкәһенең Миңйәр ҡалаһында Әшә районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышы үтте. Бында, урындағы ҡоролтай ағзаларынан тыш, Эҫем, Әшә ҡалалары, Уҡ ҡасабаһынан, Башҡортостандың Иглин районы башҡорттары ҡоролтайынан да килеүселәр булды.
Форумда райондың мәғариф учреждениеларында башҡорт телен, мәҙәниәтте, тарих һәм йолаларҙы өйрәнеүҙе тергеҙеү тураһындағы темаға ҙур урын бирелде.
Йыл аҙағы яҡынлаша, тимәк, эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау, һөҙөмтәләрҙе барлау мәле лә. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р. Фәтхетдинованың докладында билдәләнеүенсә, ҡоролтай һабантуй, “Милләттәр дуҫлығы”, мосолман байрамдарын үткәреүҙә һ.б. халыҡ күп йыйылған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан. Уҡ ҡасабаһындағы китапхана янында “Ирәндек” мәҙәниәт үҙәге лә уңышлы эшләй, этнографик мөйөш булдырыл­ған һәм ул даими тулылана. Әйткәндәй, ойоштороусыһы – ҡоролтай активисы З. Зәйниева.
Балаларға туған телен кескәй саҡтан уҡ өйрәтеү мөһимлеге хаҡында һөйләп, Миңйәр ҡалаһындағы 5-се балалар баҡсаһы, шәжәрә, тыуған яҡты өйрәнеү тураһында 4-се урта мәктәп тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Әшә башҡорттарының вәкилдәре үҙ тарихын һәм уларҙың Башҡортостандың яҡын райондарында йәшәүселәр менән бәйләнешен өйрәнеүгә Р. Сәғиҙуллин күп көс һалған. Мәҫәлән, Көҙәй ырыуы башҡорттары тарихи башҡорт ерҙәрендә, әлеге Силәбе өлкәһендә лә донъя көтә. Миңйәр ҡалаһынан Ғәлинур Имаев урында башҡорт мәҙәни үҙәге өсөн бинаны ҡуртымға алыу мәсьәләһен күтәрҙе. Бығаса 94-се һөнәри училище бинаһы бирелгән дә, әле уҡыу йорто милек хужаһын алмаштырырға йыйына, шуға ла артабанғы ҡуртым хаҡында тиҙ арала килешеү зарурлығы килеп тыуған. Әле ҡала хакимиәте башлығына мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Сарала Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р. Таһиров, Әшә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Н. Канышев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Т. Соломинова, Әшә мәсетенең имам-хатибы Мөслим хәҙрәт Абдрахмановтар ҙа ҡатнашып, үҙ һүҙҙәрен әйтте. Башҡарма комитетҡа яңы ағзалар һайланды, йыл дауамында әүҙем эшләүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Р. ФӘТХЕТДИНОВА,
Р. СӘҒИҘУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға