«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Социаль реклама – йәшәйешебеҙ сағылышы



27.11.2012 Социаль реклама – йәшәйешебеҙ сағылышы

Социаль реклама – йәшәйешебеҙ сағылышы
Рекламаның беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелеүен хәҙер бер кем дә инҡар итмәй. Урамдарҙа, телевидение-радиола, гәзит-журналда осра­ған хәлдә бер ҙә аптырамайбыҙ, шулай тейештер был заманда, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Эйе, рекламаға барыбер ҙә күҙ һәм ҡолаҡ һалабыҙ. Шунлыҡтан да баҙар шарттары рекламаһына ғына түгел, ә социаль рекламаға ла иғтибар бирелә башланы. Әммә бөгөн ул беҙҙә етерлек тип үк әйтеп булмай. Ә бына был төр рекламаны танытырға, кешеләргә мөмкин тиклем теге йәки был фекерҙе, проблеманы еткерергә тырышыусылар бар.
“ҡала мөхите” социаль реклама фестивале үҙенең эшләү тарихында бихисап ижади кешене ҡыҙыҡтыр­ҙы һәм ҡыҙыҡтыра килә. ҡатнашыусылар исемлегендә Рәсәй төбәктәренән генә түгел, БДБ дәүләттәренән дә авторҙар һаны артҡандан-арта. Быйыл һи­­геҙенсе фестивалгә 600-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән. Араларында Гер­ма­ниянан да ҡатнашыусының проекты бар.
Сара йыл һайын бер девиз аҫтында үтә, быйыл­ғыһына “ҡушыл!” (“Присоеди­няйся!”) тигән исем бирелеп, бөтөн ижади кешеләрҙе лә фестивалгә ҡушылырға саҡырҙы.
Өфөнөң Йәштәр һарайында уҙғарылған фестивалде асыуҙа БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов, баш ҡала хакимиәте вәкилдәре, сараның парт­нер­ҙары ҡатнашты, Мәскәү­ҙән, Санкт-Петербургтан белгестәр килгәйне.
Йәштәр һарайы фойеһына килеп ингән һәр бер кеше иң тәү сиратта күргәҙмә янына үтә. Быйылғы эштәр араһында ла ысын мәғәнәһендә “аһ” итеп ҡарарлыҡ, янында тороп уйланырлыҡ проекттар етерлек ине. Авторҙар экология проблемаларына туҡтал­ған, сәләмәт тормошто пропагандаларға тырыш­ҡан. Спортҡа ҡағылышлы социаль реклама ла күп осраны. Тап ошо темаларға махсус номинациялар булдырыл­ған.
Бына тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән һүрәт – сүп һауыты янында кеше һәм яҙыу “Урнаға эләгеүе (сүп ташлау күҙ уңында тотола – aвт.) ҡыйынмы?” Һәм яуап: ”Яҡыныраҡ кил!”
Беҙҙең ҡалаларҙа әлеге проблема бар бит! Сүп-сар һауыттары эргә-тирәһен ҡарағыҙ әле – атлап барған ерҙән генә ырғытылған ҡый-һай менән тулы. Ул туҡталыштар­ҙағы тәмәке төпсөктәре! Бындай тәртипһеҙлекте социаль реклама менән дә, закондар менән дә әллә тыйып була, әллә юҡ.
Яланғас һын һүрәтен шәйләп, шул стендҡа ыңғайлайым. Шихан тигән һүҙ тиҙ үк күҙгә салынды. Тетрәткес эш! Тимур Сабитов атлы егеттең “Шихандар” серияһы бөгөнгө хәл-торошҡа тура килә. Шиханһыҙ Башҡортостанды түше ҡырҡылған ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырған был социаль реклама, һис шикһеҙ, үҙ урынын табырға тейештер.
Иғтибарҙы йәлеп итерлек эштәр­ҙең әле береһен, әле икенсеһен ентекләп ҡарап сыҡҡас, йәнә ҡабаттан ҡарарға тотонаһың да, ҡалай ҙа һәләтле, фекер йөрөтә белгән кешеләр күп арабыҙҙа, тип уйлап ҡуяһың.
Урын табыу тигәндән, ҡалала социаль реклама ул тиклем үк лыҡа тулып тормай. Хатта, бармаҡ менән һанарлыҡ, тиергә мөмкин. Ә бына ошо фестиваль еңеүселәренең проекттары ғәмәлгә ашырыламы һуң? Әлегә улар Өфө ҡалаһының муниципаль телеканалдарында фай­ҙаланыла, киләсәктә бүтән район-ҡалаларҙыҡында ла ҡулланыласаҡ, шәхси заказсылар ҙа ҡыҙыҡһына.
Әйткәндәй, фестиваль барышында оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде. Уларҙы Мәскәүҙән “Социаль реклама лабораторияһы”, ”Со­циаль­ная реклама.Ру” порталы етәксеһе Гюзелла Николайшвили, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты деканы урынбаҫары Галина Щепилова, Санкт-Петербургтан ”Рәсәйҙең яңы киңлеге” социаль проектлау милли конкурсы етәксеһе Дмитрий Анисимов, ”БезНебес” студияһы белгестәре алып барҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға