«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ун йыл ҡасып йөрөгән...



20.11.2012 Ун йыл ҡасып йөрөгән...

Ошо көндәрҙә полиция хеҙмәт­кәр­ҙәре ун йыл элек кеше үлтереп ҡасҡан әҙәмде тотҡан. 2002 йылдың ноябрендә 32 йәшлек ир дуҫы менән Өфө урамдары буйлап йөрөргә сыға. Шул саҡта ул үҙенең бер танышына бәйләнгәндәрен күреп ҡала. Ир оҙаҡ уйлап тормай, уны яҡлай башлай, ғауға ваҡытында берәүҙең йөрәгенә бысаҡ ҡаҙай.
– Нимә булғанын аныҡ иҫләмәйем... Йүгереп өйгә ҡайтып, тәмәкемде ал­дым да, Өфөнән сығып киттем, – тип һөйләй ир. Ул ун йыл буйына Себер тарафтарында полициянан эҙ яҙлыҡтырып йөрөгән. Ошо ваҡытта уға федераль эҙләү иғлан ителгән, шуға күрә енәйәт эше ябылмаған.
Яңыраҡ хәҙер инде 42 йәшлек ир Өфөгә ҡайтҡан. Уны шундуҡ полиция ҡулға алған. Ул тәртип һаҡсыларынан ҡасмаған, үҙ ирке менән бөтә хәл тураһында һөйләгән. ҡыҙының нисек үҫкәнен күрә алмауына бик үкенә. Ғаиләһе менән тиҙ арала ғына осраша алмаҫ, ун йыл элек кеше ғүмерен өҙгәне өсөн ул 15 йылға иркенән мәхрүм ителәсәк.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға