«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өфөлә тәүге тапҡыр – Ҡыш бабай резиденцияһы



20.11.2012 Өфөлә тәүге тапҡыр – Ҡыш бабай резиденцияһы

“Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә кисә ҡыш бабай йорто асылды.
Был резиденция яңы йылғаса эшләйәсәк. Унда балалар ҡыш бабай менән аралаша, махсус почта йәшнигенә хаттарын төшөрә ала.
Шулай уҡ хаттарҙы, башҡа йылдарҙағыса, 450047, Өфө ҡалаһы, “ҡыш бабайға” абонент йәшнигенә лә ебәрергә мөмкин.
ҡыш бабайҙың резиденцияһы асылған көндә Яңы йыл байрамына башланғыс һалынды тиһәк тә ярай. Сөнки килгән ҡунаҡтар өсөн әкиәт геройҙары ла, мөғжизәләр ҙә, күп кенә бүләктәр ҙә булды. Ә байрамдар бүләктән, мөғжизәләрҙән башлана түгелме?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға