«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » 30 йыл даими үҫеүсе иҡтисадлы ил



16.11.2012 30 йыл даими үҫеүсе иҡтисадлы ил

Рәсми мәғлүмәттәр алдай, ҡытай иҡтисады күптән инде донъяла беренсе урында килә, тигән фекерҙә бик күп эксперт.
Һуңғы 30 йыл эсендә өҙлөкһөҙ үҫеүсе был илдең эске тулайым продукты (ВВП) күрһәткесе әлегә, АҡШ-тан ҡала, икенсе урында. 2010 йылда ул Японияны уҙып киткәйне. ҡытайҙың иҡтисады Коммунистар партияһының биш йыллыҡ пландары нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Биш йыллыҡ план тигән төшөнсә СССР-ҙа ла бар ине.
ҡытай сит илдән арыу ғына инвестиция йәлеп итә, уның 80 процент самаһын сит илдәрҙә йәшәүсе этник ҡытайҙар һала.
Күҙаллауҙар буйынса, 2015 – 2021 йылдарға был ил АҡШ-ты ла үтеп китеп, “донъяның беренсе иҡтисады” тигән исемде яуларға ынтыла.
Булдырыр ҙа, бәлки. ҡасандыр ул, ысынлап та, беренсе булған, тиҙәр. Әммә ХIХ быуатта Бөйөк Британия ҡытайға әфиүн менән “һөжүм” итә. Халыҡ наркотикка шул тиклем ныҡ өйрәнә. Айырыуса түрәләр ауға эләгә. ҡайһы бер учреждениеларҙа вазифалы кешеләрҙең 50 – 60 проценты әфиүн ҡолона әйләнә. Һалдаттар һәм офицерҙар араһында ла ныҡ тарала. 1881 йылда Цин империяһында 369 миллион 183 мең кеше йәшәй, шуларҙың 120 миллионы наркоман була.
Әйткәндәй, тәүге өс урында ҡайһы илдәр икәнен аңлағанһығыҙҙыр. АҡШ, ҡытай һәм Япониянан һуң – Һиндостан, унан һуң Германия килә. Беҙ – туғыҙынсы.

rbcdaily.ru сайтынан
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға